Йәмғиәт
15 Ноября 2019, 06:43

Уңыш һеҙҙең ҡулда

Лидер бул. Кемдең ойоштороу һәләте бар, уға лидер булыу һис тә ауыр бирелмәҫ. Ҡарар ҡабул итә белеү һәм уның өсөн яуаплылыҡ тойоу һеҙҙе мотлаҡ лидерҙар рәтенә сығарасаҡ.

Лидер бул. Кемдең ойоштороу һәләте бар, уға лидер булыу һис тә ауыр бирелмәҫ. Ҡарар ҡабул итә белеү һәм уның өсөн яуаплылыҡ тойоу һеҙҙе мотлаҡ лидерҙар рәтенә сығарасаҡ.


Йәшәйһең икән, уҡыуҙан, өйрә­неү­ҙән туҡтама. Төрлө йүнәлеш­тәрҙә үҫергә тырыш. Күберәк белгән һайын башҡалар менән аралашыуы ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ. Дуҫ-иштәрең дә һиңә тартылырға, әңгәмәләшергә тырышасаҡ. Рухи үҫеш ғүмер буйына барғанда ғына тулы ҡанлы тормошта йәшәйәсәкһең.


Ашыҡһаң да… ҡабаланма. Уңыш­ҡа өлгәшкән һәр кемгә эште нимәнәндер башларға тура килгән. Алтын тауҙар, көс етмәҫтәй маҡсаттар артынан ҡыумағыҙ, тәүҙә алдығыҙға хәлдән килерлек, үтәлерлек бурыстар ҡуйығыҙ.


Уйлау ҡеүәһен үҙгәртеү тор­мош­тоң аҫтын-өҫкә әйләндереүе ихтимал. Ҡайһы бер хәл-ваҡиға­ларға мөнәсәбәтте, фекерләүҙе үҙгәртеү донъяға бөтөнләй башҡа күҙлектән бағырға ярҙам итәсәк. Әлегә ҡатмарлы тойолған мәсьәлә­ләрҙең дә тиҙерәк сиселеүен, эргә-тирәләге донъяғыҙҙың бөтөнләй башҡаса балҡыш алыуын күрерһегеҙ.


Финанс ныҡлығы мөһим. Бы­ның өсөн килемегеҙҙең 10 процентын тотонмай һалып барһағыҙ, бер аҙҙан үҙегеҙҙә ышаныстың, көстөң артҡанын һиҙерһегеҙ. Маркетинг алымдарын ҡулланыу – бары һеҙҙең файҙаға.


Кәрәкмәгән әйберҙәр һатып алыу­ҙан тыйылығыҙ. Үҙеңде даими килем менән тәьмин итмәҫ элек ҡиммәтле әйберҙәр алыуға ынтылыу – алйотлоҡ. Тәүҙә аҡса эшләргә өйрәнергә кәрәк.


Маҡсатыңды аныҡ билдәлә. Баштағы идеяны ҡағыҙға теркәү отош­ло. Ваҡыт – аҡса. Ваҡыт – бик ҡим­мәтле байлыҡ, уны файҙалана белеүҙән һеҙҙең финанс ныҡ­лығы ла, сәләмәтлек тә тора. Ғүме­регеҙҙе ваҡ-төйәккә, буш нәмәләргә тәләф­ләмәгеҙ, гел хәрәкәттә булығыҙ, камиллыҡҡа ынтылығыҙ.
Читайте нас