Йәмғиәт
15 Ноября 2019, 17:40

Вертолеттан кемдәр атҡан?

Ауыл халҡы ҡапыл атыу тауыштарын ишетеп ғәжәпкә ҡала...

Ошо көндәрҙә Иглин һәм Архангел райондары халҡы һунарсылыҡ биләмәһе өҫтөндә тегеләй ҙә былай осоп йөрөгән ҙур булмаған вертолетты күреп һәм уның яғынан килгән атыу тауыштарын ишетеп ғәжәпкә ҡала.
Белгестәр был мәғлүмәтте тикшерә һәм ысынлап та Архангел районындағы Белорус-Александровка ауылы эргәһенә төшкән вертолетты күрә. Шулай уҡ әлеге ауыл менән Успенка араһында дәүләт һунарсылыҡ инспекторы тағылмалы "Дастер" һәм Тойота" автомобилдәренә юлыға.
Вертолет салонын тикшергән мәлдә яһаулы ике һунар карабины ла табыла. Кабинанан төшкән ике егет үҙҙәренең ҡорал хужалары икәнлеген кире ҡаҡмай. Улар һунар итеү ҡағиҙәһен боҙмауын һәм ҡабан алырға рөхсәт ҡағыҙҙары барлығын белдерә. Ә өсөнсө һунарсыныҡы булмай сыға.
Вертолеттан атҡан саҡта пуля бер ҡабанға тейгән. Һөҙөмтәлә был өсәүгә ҡарата административ протокол төҙөлгән.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы иҫкәртә: һунар мәлендә механик транспорт һәм осоу аппараттары ҡулланыу тыйыла.

Фото: vingraving.ru
Читайте нас