Йәмғиәт
15 Ноября 2019, 15:30

Янғын аямай шул...

Йортта 47 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла.

Яңауыл районының Кониг ауылында сыҡҡан янғында бер кеше һәләк булған.
Асыҡланыуынса, 14 ноябрҙә урында Йылға урамындағы ағас йорттарҙың береһендә ут сыға. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары, янғын һүндереүселәр тиҙ арала килеп етә. Уларҙың көсө менән йортто ялмап алған ут һүндерелә. Әммә йортта 47 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла...
Аяныслы ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана. Әле урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан тәфтишсе, тикшереү-оператив төркөм эшләй.

Мәрхүмдең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ҡыш яҡынлаша, күптәр йортон йылытыу өсөн төрлө ҡоролмалар менән файҙалана. Ошондай ваҡытта айырыуса һаҡ булһаҡ ине, үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймайыҡ.

Фото Яңауыл районы хакимиәте сайтынан.

Читайте нас