Йәмғиәт
16 Ноября 2019, 15:15

Балаларын... араҡыға алыштырған

Дүрт бәләкәй малайҙың хатта йоҡларға карауаты ла булмаған.

Балаларын ҡарамаған, уларға йүнле тәрбиә бирмәгән әсә кеше булған аҡсаһын иҫерткес эсемлектәр һатып алыуға тотонған. Был хәл Өфө ҡалаһының Калинин районында теркәлгән.

Суд был ҡатынды бер йыл да алты айға холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм итте, тип хәбәр итәләр Калинин районы прокуратураһынан.

Асыҡланыуынса, 41 йәшлек ҡатын таныш-белеше менән даими кәйеф-сафа ҡорған, өҙлөкһөҙ эскән. Ул күңел асҡанда дүрт, биш, алты һәм 12 йәшлек улдары ас булған, бысраҡ өйҙә көн күргән. Ошондай шарттарҙа малайҙар йыш ауырыған, әммә әсә быны күрмәгән дә. Араҡыға аҡса йәлләмәгән, ә балаларының хатта йоҡларға карауаты ла булмаған.

Хәҙер иһә малайҙарҙы балалар йортона оҙатҡандар. Ә әсә кеше үҙ ғәйебен танымаған...
Фото: twindoctorstv.com
Читайте нас