Йәмғиәт
16 Ноября 2019, 06:30

“Һин нимә, инвалидмы әллә?”

Рөстәм НӘБИЕВ: "Бер мәл үҙемде халыҡтың күңелен асыу өсөн цирктан килгән хайуан итеп тойҙом..."

Омск ҡалаһында казарма емерелеп, ике аяҡһыҙ ҡалған Саҡмағош егете Рөстәм Нәбиевтең батырлығы барыбыҙҙа һоҡланыу уята.
Әле, белеүебеҙсә, ул әүҙем тормош алып бара, өйләнеп, ҡыҙ үҫтерә. Тиҙҙән, Алла бирһә, ғаиләгә йәнә бер бәпес алып ҡайтырға уйлайҙар. Ҡыҫҡаһы, бөгөн йәштәргә бына кемдән өлгө алырға кәрәк.
Үкенескә ҡаршы, арабыҙҙа төрлө кешеләр бар.
“Мин үҙемә төбәлгән ҡараштарға күптән иғтибар итмәҫкә өйрәндем, - ти был хаҡта Рөстәм. – Бер мәл Тоҙтүбәгә барғас, үҙемде халыҡтың күңелен асыу өсөн цирктан килгән бер хайуан итеп тойҙом. Беҙ яр буйына төшөүгә, күл эргәһендә ял итеүселәр, бөтә донъяларын онотоп, аҡайып-аҡайып ҡарай ине. Шул тиклем ауыр булды. Берәйһе ярҙам итергә теләһә йәки урын бирһә, аңлар инем әле. Тағы бер ваҡиға. Ырымбурҙа такси саҡырттым. Диспетчерға үҙемдең инвалид коляскаһында буласағымды әйттем. Машина бик тиҙ килде. Водитель мине күреп, ҡаршыма сыҡты ла: “Һин нимә, инвалидмы әллә? Алып бармайым: йә машинаны бысратырһың, һыҙырырһың. Бүтәнде саҡырт”, - тип китте лә барҙы. Алты-ете тапҡыр шундай хәл булды. Бына ошондай мөнәсәбәт арҡаһында минең кеүек күптәр өйҙәрендә бикләнеп ятарға мәжбүр ҙә инде. Был бит тәрбиәһеҙлек! Кешеләр улай текәлеп ҡарамаһын ине”.
Тормош юлдары ҡатмарлы, алда көтөлмәгән һынауҙары күп. Бер кем дә иртәгә ниндәй хәл буласағын әйтә алмай. Бер-беребеҙгә ҡарата мәрхәмәтле, итәғәтле булһаҡ ине.
Фото Рөстәм Нәбиевтең “Бәйләнештә”ге төркөмөнән алынды.
Читайте нас