Республиканың район ҡулланыусылар йәмғиәте системаһы, ябай итеп әйткәндә “райпо”, төрлө осорҙарҙы кисерҙе, бәғзе урында уларҙың эшмәкәрлеге һүнеп ҡалды, ҡайҙалыр хеҙмәтенә тоғро кешеләр йәмғиәтте һаҡлап ҡалыуға өлгәште.
Борай ҡулланыусылар йәмғиәте – шулар иҫәбендә. Ойошмала ҡырҡ йылға яҡын хеҙмәт иткән Фәнүзә Ихсанова апай ҙа йөпләй быны.
Ул, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман сафта. Кондитер изделиелары әҙерләү цехында өлкән кондитер вазифаһын башҡара, алтын ҡулдары район халҡы яратып алған тәмлекәстәрҙе әҙерләй. Бында утыҙҙан ашыу изделие сығарыла. Улар магазин кәштәһендә оҙаҡ ятмай, тәмле лә, сифатлы ла аҙыҡты шунда уҡ һатып алып бөтәләр.
Фәнүзә Хәмәтнур ҡыҙы Әжәк ауылында тыуып үҫкән. Бәхет эҙләп тыуған еренән бер ҡайҙа ла сығып китмәгән: ғүмер буйы фиҙакәр эше менән районына тоғро хеҙмәт иткән. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, дүрт ейәнсәре бар.
– Эшһеҙ тора алмайым, шуға ла яратҡан, белгән коллективымдан айырылыуҙы күҙ алдына ла килтермәйем. Хәл һәм һөнәри оҫталыҡ булғанда, эшләйем әле. Унан, пенсияға аҙмы-күпме өҫтәмә лә була, - ти Фәнүзә апай.