Башҡортостан
+19 °С
Облачно
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
17 Ноября 2019, 18:40
40 йәшлек ҡатын янып үлгән...
"Ҡыҙыл әтәс" был юлы ла кеше ғүмерен ҡыйыуға сәбәпсе була.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, 16 ноябрь кис Белорет ҡалаһындағы торлаҡ йортта янғын сыҡҡан.
Ваҡиға урынына тиҙ арала
өс янғын һүндереү машинаһы менән алты хеҙмәткәр, бынан тыш, полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре лә килгән.
Асыҡланыуынса, ҡаланың Ф. Алексеев урамындағы биш ҡатлы йорт фатирында янғын сыға, ут телдәре тәҙрә аша урамға тартыла. 28 кешене эвакуациялайҙар. Ҡотҡарыусыларҙың көсө менән янғын 30 минут эсендә һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "ҡыҙыл әтәс" был юлы ла кеше ғүмерен ҡыйыуға сәбәпсе була, янғын һүндереүселәр фатирҙа 40 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен таба.
Әле был аяныслы ваҡиға буйынса тикшереү башланған, янғын сәбәптәре асыҡлана.
Фото: vk.com
Читайте нас