Бына тағы ла Башҡортостанда бер үҫмер юғалған, тип хәбәр итәләр. Ата-әсәһенә Хоҙай сабырлыҡ бирһен.
Полицейскийҙар һәм ирекмәндәр Стәрлетамаҡта йәшәүсе 16 йәшлек Алена Брызгинаны эҙләүгә тотонған. Баҡһаң, ул бөгөн дә, кисә лә түгел, ә 15 ноябрҙә үк юғалған икән. Үҙенән бер хәбәр ҙә юҡ. Ҡыҙҙың буй оҙонлоғо -165 сантиметр, оҙон ҡара сәсле, күҙҙәре һоро.
Ҡара төҫтәге плащта булған, күк джинсы, оҙон ҡуныслы итек кейгән. Ҡыҙ тураһында бәләкәй генә, хатта әһәмиәтһеҙ тойолған хәбәрҙең дә мөһим булыуы ихтимал, ти ирекмәндәр. Аленаны күреүселәр йә ниҙер ишеткәндәр бар икән, 8-987-10-60-601 йәиһә 02 телефонына шылтыратығыҙ.
Фото: ”Отклик-Стерлитамак” төркөмө.