Йәмғиәт
17 Ноября 2019, 11:35

Гаражда – ике үҫмер мәйете

Ҡурҡыныс хәлдең сәбәбе ниҙә?

Был хәл кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһында булған. Гаражда торған машина эсендә ике үҫмер егеттең кәүҙәһе табылған.
Уларҙың икеһенә лә 16 йәш булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, эшләп торған машина газы менән ағыуланғандар.
Был гараж ҡаланың Урман урамында урынлашҡан. Ҡурҡыныс хәл булғанын кисә кис белгәндәр. Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Егеттәрҙең яҡындары шок хәлендә, улар был яңылыҡты ҡабул итә алмай.
“Бигерәк йәш көйө... Нимә булғанын аныҡ ҡына белмәйем, мин әле икенсе илдә. Күрәһең, ағыуланғандарҙыр”, ­ - ти үҫмерҙәрҙең береһенең ике туған апаһы.
Белгестәр урынды тикшергән, үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән.
Фото: onrealt.ru
Читайте нас