Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2019, 10:40

Ҡар яуамы-юҡмы?

Рәсәйҙең Гидрометүҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Роман Вильфанд яуап бирә.

"Әле һаман ҡар яумай. Элек былай түгел ине". Ҡыш миҙгеленә аяҡ баҫыу менән тиҙерәк ҡар яуыуын көтәбеҙ. Әммә һуңғы йылдарҙа ҡар һағындырып ҡына килә.
Рәсәйҙең Гидрометүҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Роман Вильфанд ҡар яумауҙы хәҙерге ваҡытта илдең Европа һәм Азия территорияһының күпселек өлөшөндә һауа торошон көслө антициклон биләүе менән аңлата. "Мин Калининградтан Яҡутияға тиклем майҙанда бындай антициклональ һауа торошо күҙәтелеүен хатта хәтерләмәйем дә", – ти метеоролог.
Синоптик аңлатыуынса, көн болотло булһа ла, яҡын көндәрҙә ныҡлы яуым-төшөм көтөлмәй. "Хәҙерге ваҡытта көн болотло. Был – антициклонға хас болоттар. Уларҙан бик ваҡ ямғыр яуарға мөмкин", – ти ул.
Фото: m.123ru.net
Читайте нас