Етемгә бирелгән бүлмәнең йәшәүгә яраҡлымы-түгелме икәнлеген хәҙер Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығы тикшерә.
Илнур Даушевҡа 900 мең һумға торошло тип баһаланған бүлмәне 2013 йылда Учалы ҡалаһы хакимиәте биргән. “Торлаҡта аш-һыу бүлмәһе, вентиляция юҡ. Шуға стеналар күк менән ҡаплана, ә тишек-тошоҡтан төрлө бөжәктәр һәм кимереүсе йәнлектәр сыға”, – тип белдергән етем егет.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығы тарафынан төҙөлөш-техник экспертиза үткәрелә башланған. Унан һуң енәйәт эшен асыу һәм ғәйеплеләрҙе законға ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.