Үткән аҙнала, Нефтекама ҡалаһынан йыраҡ түгел, бер ир йөк поезы аҫтында ҡала. Ул урында уҡ йән бирә. Үкенесле, әммә һәләк булған ир тимер юлын рөхсәт ителмәгән ерҙә үтергә йыйынған булған. Аяныслы ваҡиға Әмзә ауылында теркәлгән.
53 йәшлек ирҙең Әмзә ауылы кешеһе булыуы, уның йәшәргә урыны булыуға ҡарамаҫтан, бер ҡайҙа ла эшләмәүе һәм асарбаҡ икәне асыҡланған. Тимер юлында һаҡ булырға өндәп, күпме яҙабыҙ, һөйләйбеҙ, тик һаман булһа, аяныслы хәлдәр осрап ҡына тора.