Йәмғиәт
18 Ноября 2019, 10:30

Йәнә Мазовтар тураһында...

Беҙгә ни бары ғаилә менән килешеү төҙөргә кәрәк. Балалар юғалғанлыҡтан, бушҡа ярҙам итәсәкмен

Артем, Илья һәм Слава Мазовтарҙың юғалыуына дүртенсе аҙна китте. Юҡ әй, ғаиләнең яҙмышы тураһында һаман бер яңылыҡ та юҡ. Уларҙы эҙләүҙә кем генә ҡатнашмай: полиция, криминалистар, ирекмәндәр, водолаздар, шәхси эҙәрмәндәр һәм хатта экстрасенстар ҙа.
Хәҙер Мазовтарға шәхси детектив Нурсил Жданов ярҙам итергә булған. Элек хоҡуҡ һаҡлау органдарына эшләгән был кеше нимәһе менән билдәле һуң? Баҡһаң, ул Өфөләге күп кенә “яңғырауыҡлы” юғалыу эштәрендә ҡатнашҡан һәм һөҙөмтә биргән белгес.
Мазовтарға ярҙам итергә Нурсил Жданов үҙе теләк белдергән. Ул был тарихты башынан уҡ күҙәтеп барған һәм ошо тиклем ваҡыт үтеп тә һөҙөмтә булмағас, тәфтишкә ярҙам итергә теләк белдергән.
– Мине белгән кешеләр шуны әйтәсәк: ниндәй генә эшкә тотонһам да, ул кешеләрҙе табалар. Мин – талисман кеүек, – тигән ул журналистарға. – Беҙгә ни бары ғаилә менән килешеү төҙөргә кәрәк. Балалар юғалғанлыҡтан, бушҡа ярҙам итәсәкмен.
Жданов эҙләүге етди ҡарай һәм ғаиләне табыу уның көсөнән киләсәк тип иҫәпләй.
– Минең уйымса, йә үҙем табасаҡмын, йә ярҙамым уларҙың эҙенә төшөү мөмкинлеге бирәсәк, – ти ул.
Мазовтар ғаиләһенә детективтың ярҙам итергә әҙерлеге тураһында әйткәндәр.
Нурсил Жданов 20 йыл ғүмерен совет милицияһына эшләүгә арнаған, һуңғы туғыҙ йыл иһә шәхси детектив. Мәҫәлән, ул ни бары өс көн эсендә ярты йыл буйы юҡ булған кешене табып биргән.
Эшкә был ағайҙың тотоноуы йәнә өмөт уята. Бәлки, ысынлап та, ул Мазовтарҙы табып бирер!
Фото: Эльмира Мазованың сәхифәһенән.
Читайте нас