Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2019, 18:00

Ҡыш бабай тыуған көнөн билдәләй

Уға нисә йәш?

2005 йылдан алып 18 ноябрҙә Рәсәйҙә рәсми рәүештә Ҡыш бабайҙың тыуған көнө билдәләнә.
Тылсымсының йәше аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә ике меңдән ашыу булыуы раҫ. Уның тыуған көнөн балалар үҙҙәре уйлап тапҡан. Күҙәтеүҙәр буйынса, был көндө Ҡыш бабайҙың тыуған ере – Бөйөк Устюгта сатлама һыуыҡтар башлана һәм ҡыш үҙ көсөнә инә.
Әйткәндәй, Өфөлә Ҡыш бабайҙы ҡаршы алырға әҙерлек эштәре башланды ла инде – Киров районында 20 метрлыҡ беренсе шыршы ҡуйылды. Баш ҡалала бөтәһе 18 урында Яңы йыл майҙансыҡтары булдырыласаҡ.
Фото: abzak.ru
Читайте нас