Махсус автоматтан һыу ағыҙып алыуға ғәҙәтләнеп барабыҙ. Баҡтиһәң, шундай уҡ юл менән ауыл һөтө менән дә һыйланырға мөмкин икән. Был йәһәттән бәләбәйҙәр бәхетле. Бында республикалағы берҙән-бер һөт автоматы эшләй. Унан тәүлек әйләнәһенә яңы ғына килтерелгән сифатлы эсемлек һатып алырға мөмкин.
Һөт автоматы ҡаланың Интернациональ урамында урынлашҡан. Халыҡты бер литрын 35 һумға сифатлы ауыл һөтө менән “Авангард” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы тәьмин итә. Ул былтыр райондың Мәтәүбаш һәм Семенкин ауыл хакимиәттәрендә йәшәгән йүнселдәр тырышлығы менән барлыҡҡа килгән.
Кооператив республика конкурсында еңеп, табыш килтереүҙе көйләү проектын тормошҡа ашырыуға грант ота. Ауыл халҡы шуға йәнә үҙҙәренең аҡсаһын өҫтәп, 711 мең һумға һөт автоматы, тағы сеймалдың сифатын тикшереү өсөн ҡорамалдар һатып ала. Шулай итеп, һөттө аралашсылар аша түгел, ә ҡулланыусыға туранан-тура еткереү мөмкинлеге тыуа.
Кооператив рәйесе Владимир Елисеев әйтеүенсә, һөт автоматы – юғары технологиялы ҡоролма. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй. Унда һөт бөтһә, телефонға шунда уҡ был хаҡта иҫкәрткән хәбәр килә. Автоматтың эсендә даими температура һаҡлана һәм ул, һөт сифатын юғалтмаһын өсөн, болғатып тора.
– Әлбиттә, халыҡтан йыйылған һөт шунда уҡ автоматҡа алып барып ҡойолмай. Тәүҙә ветеринария лабораторияһына экспертизаға алып барып тикшертәбеҙ, шунан һуң ғына сауҙаға сығарабыҙ, – ти Владимир Елисеев.
Хужалыҡ Бәләбәй һөт комбинатындағы һөт йыйыусылар менән килешеү нигеҙендә эшләй. Йәй миҙгелендә улар ике ауыл биләмәһендәге шәхси ихаталарҙан мең ярым тоннаға тиклем һөт йыйған. Ә көҙөн аҡ бер аҙ кәмей төшкән, уның ҡарауы сифаты яҡшырған. Кооперативтың биш ағзаһының продукцияһы, башҡа шәхси хужалыҡтарҙан айырмалы, айырым һауыттарға йыйыла.
Бындай ҡоролманы тәүгә күреүебеҙ. Шуға күрә беҙ ҙә “Авангард” һөтөн тәмләп ҡарамаҡсы булдыҡ. Йәнәш кенә урынлашҡан магазиндан литр ярымлы пластик шешә алып, махсус урынға ике, биш, ун һумлыҡ тәңкәләрҙе төшөрөүгә, автомат һауытыбыҙҙы тултырып та ҡуйҙы. Стаканға ҡойоп, һөт эсәбеҙ. Таҙа ауыл һөтөнә нимә етә һуң? Кәйеф күтәрелеп китте.
Беҙҙән һуң сират теҙелде. Ҡала халҡы ҡыуана-ҡыуана һөт ала.
– Бигерәк яҡшы булды әле, – тине Хәфиҙә исемле әбей. – Гел ошонан алам. Бөтә күршеләрем бында килә.
– Урам саттарында һатып ултырғандарҙың һөтө барыбер ышаныслы түгел. Ә был тикшереү үткән, шикләнмәйенсә балаларҙы һыйларға була, – тип уны йөпләне ике сабый тәрбиәләгән йәш әсә.
Халыҡ район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыуанысы менән уртаҡлашып, үҙ фекерен белдерә. “Афариндар! – тип яҙа Эльвира Хәсәнова. – Өҫтәмәләр ҡушылмаған таҙа, тәбиғи һөт. Бөгөнгө заманда ҡала ерендә ошондай һөт эсеү – ҙур бәхет”. “Ҡала халҡын хәстәрләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!” – ти Валентина Юферова. “Хаҡы ла ҡыйбат түгел. Хәҙер ауылда бындай хаҡҡа һөт табыу еңел түгел”, – тигән Валентина Советникова.
Евгений БОЛЬШАКОВ, Бәләбәй мәғлүмәти-консультация үҙәге директоры:
– Бөгөн районда ике ауыл хужалығы кооперативы төҙөлгән. “Авангард” һөт автоматы аша аҡ һатыу буйынса махсуслашһа, “Семенкин ите” мал һуйыу, ит һатыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнергә иҫәп тота.
Уларҙың уңышлы тәжрибәһе башҡаларҙы ла кооперативтарға әүҙем берләшергә дәртләндерер. Ауыл ерендә дәүләт ярҙамы алып, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгән кешеләр ҙә ишәйер тип ышанам.