Башҡортостан
+23 °С
Облачно
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
19 Ноября 2019, 15:50
Бала комала...
Ике йәшлек сабыйҙың өҫтөнә телевизор ҡолаған.
Бәләкәй
балалар уйнарға, йүгерергә әүәҫ. Әле быныһын тотоп, әле тегенеһен тикшереп, барыһы менән ҡыҙыҡһыналар.
Эйе
, улар ошондай юл менән донъяны танырға өйрәнә. Әммә ҡайһы саҡта бындай ҡыҙыҡһыныуҙарҙың ауыр йәрәхәттәргә килтереүе ихтимал. Мәҫәлән, Белорет ҡалаһынан ике йәшлек сабый әле комала, уға урындағы дауаханала медицина ярҙамы күрһәтелә.
Ҡыҙсыҡтың өҫтөнә телевизор ҡолаған. Бала ауыр йәрәхәт алған - баш һөйәге һынған.
Асыҡланыуынса, ата-әсәһе ул ваҡытта өйҙә, күрше бүлмәлә, булған.
Сабый йәшәгән йортта һәр нәмә урынында, бөтә йыһаз хәүефһеҙ булырға тейеш - был турала онотмаһағыҙ ине, ата-әсәләр...
Фото: vk.com
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"