Йәмғиәт
19 Ноября 2019, 07:30

Балаһын тәрбиәләмәй, алимент түләмәй...

Шунлыҡтан холоҡ төҙәтеү инспекцияһы судта язаны тағы ла ҡәтғиләндереүҙе талап итә: колония-һөргөндә тотоу юлы менән алиментсы ҡатынды 31 көнгә иркенән мәхрүм итеүҙе һорай.

Башҡортостанда бер әсә бәлиғ булмаған ҡыҙына алимент түләмәгәне өсөн ике ай һәм егерме көнгә иркенән мәхрүм ителгән.
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, әсәй тип әйтергә хатта тел әйләнмәй, әммә балаһына 2017 йылдан алып бер тин аҡса күсергәне юҡ икән. Шул ваҡытта ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылып, суд уға хеҙмәт хаҡының биш процентын тотоп ҡалыу шарты менән алты айға холоҡ төҙәтеү эштәре рәүешендә яза билдәләй.
Әммә ҡатын эшкә сығырға уйламай ҙа. Шунлыҡтан холоҡ төҙәтеү инспекцияһы судта язаны тағы ла ҡәтғиләндереүҙе талап итә: колония-һөргөндә тотоу юлы менән алиментсы ҡатынды 31 көнгә иркенән мәхрүм итеүҙе һорай. Тик ҡатын унда барыуҙы ла кәрәкле тип тапмай.

Әле "тыңлауһыҙ" әсә, суд ҡарарына ярашлы, ике ай ҙа егерме көнгә иркенән мәхрүм ителәсәк.
14 йәшлек ҡыҙы алдында уның бурысы 714 мең һум тәшкил итә. Әгәр ҙә яза ваҡыты үткәндән һуң да эшкә урынлашмаһа, балаһына алимент түләмәһә, ул ҡабаттан иркенән мәхрүм ителәсәк.
Читайте нас