Йәмғиәт
19 Ноября 2019, 12:05

Кемдең подъезы иң йәмлеһе?

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында “Күп ҡатлы йорттарҙы тәртиптә тотоу һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект” республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында “Күп ҡатлы йорттарҙы тәртиптә тотоу һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект” республика конкурсына йомғаҡ яһалды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы менән уҙғарылған конкурстың маҡсаты – граждандарҙың яҡшы йәшәүе өсөн уңайлы шарттар булдырыу һәм улар тарафынан йорттарҙы, йорт яны биләмәләрен, подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса инициативалар күрһәтеү, торлаҡ фондын тәьмин итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан торлаҡ милекселәре башланғыстарын үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү.
Конкурста объекттарҙың өс кате­горияһы – күп ҡатлы йорт, уның ал­дындағы биләмә, подъезд – ҡаралды. Комиссияға 51 эш тапшырылғайны. Уның шарттары буйынса, биш йылдан әҙерәк эксплуатацияла булған күп ҡатлы йорттар, конкурстың тәғәйен номинацияһында һуңғы биш йыл эсендә еңеүсе тип табылған йорттар, торлаҡ милекселәренең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр һәм капиталь ремонтлау өсөн ваҡытында (өс айҙан ашыу) түләнмәгән бурыстары булған йорттар ярышта ҡатнаша алмай ине.
Конкурс комиссияһына Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев етәкселек итте. Комиссия составында – министр урынбаҫарҙары, ҡала биләмәләре һәм муниципаль райондар хакимиәттәре башлыҡтары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле төбәк үҙәге, Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре профсоюзы вәкилдәре.
Комиссия ағзалары тапшырылған фото- һәм видеоматериалдар менән танышып, ентекләп анализлағас, төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе түбәндәгесә билдәләне:

“Ҡала округының иң яҡшы күп ҡатлы йорто”:

I урын – Өфө ҡалаһы, Р. Зорге урамы, 70-се йорт;

II урын – Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Дуҫлыҡ урамы, 47а йорто;

III урын – Салауат ҡалаһы, Калинин урамы, 81-се йорт.

“Ҡала округының иң яҡшы йорт яны биләмәһе”:

I урын – Өфө ҡалаһы, Р. Зорге урамы, 64/2 йорто;

II урын – Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Төҙөүселәр урамы, 20-се йорт;

III урын – Күмертау ҡалаһы, БАССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 3-сө йорт.
“Ҡала округының иң яҡшы подъезы”:

I урын – Өфө ҡалаһы, Р. Зорге урамы, 64-се йорт (1-се подъезд);

II урын – Күмертау ҡалаһы, Машина эшләүселәр урамы, 36-сы йорт (1-се подъезд);

III урын – Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Цюрупа урамы, 30-сы йорт (2-се подъезд).
“Ҡала биләмәһенең иң яҡшы подъезы”:

I урын – Учалы ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 30-сы йорт (5-се подъезд);

II урын – Учалы ҡалаһы, Башҡортостан урамы, 17а йорто (2-се подъезд);

III урын – Бөрө ҡалаһы, 8 Март урамы, 32а йорто (2-се подъезд).
“Ауыл биләмәһенең иң яҡшы күп ҡатлы йорто”:

I урын – Өфө районы, Михайловка ауылы, Коммунистик урам, 16-сы йорт;

II урын – Өфө районы, Михайловка ауылы, Коммунистик урам, 14-се йорт;

III урын – Өфө районы, Михайловка ауылы, Коммунистик урам, 19-сы йорт.
“Ауыл биләмәһенең иң яҡшы подъезы”:

I урын – Өфө районы, Михайловка ауылы, Коммунистик урам, 26-сы йорт (1-се подъезд);

II урын – Өфө районы, Михайловка ауылы, Коммунистик урам, 23-сө йорт (3-сө подъезд);

III урын – Өфө районы, Михайловка ауылы, Коммунистик урам, 21-се йорт (1-се подъезд);

III урын – Тәтешле районы, Үрге Тәтешле ауылы, Ленин урамы, 101-се йорт (1-се подъезд).
“Иң яҡшы күп ҡатлы йорт” һәм “Иң яҡшы йорт яны биләмәһе” номинацияларында I урынды яулаусылар – бер миллион һум, II урын яулаусылар – 700 мең һум, III урын яулаусылар 500 мең һум аҡсаға лайыҡ булды.
“Иң яҡшы подъезд” номинацияһында I урынға – 500 мең һум, II урынға – 300 мең һум, III урынға 100 мең һум аҡсалата приз тапшырыласаҡ.
Читайте нас