Йәмғиәт
19 Ноябрь 2019, 10:00

Әсәһен яҡлап, атаһына яла яҡҡан

Иглин районында йәшәгән ҡатын ирен үҙ балаһына тейеүҙә ғәйепләй. 41 йәшлек ҡатын полицияға, был хәл һигеҙ йыл элек булды, балаға ул ваҡытта ни бары дүрт кенә йәш ине, тип белдерә. 40 йәшлек ирҙе ҡулға алалар.

Иглин районында йәшәгән ҡатын ирен үҙ балаһына тейеүҙә ғәйепләгән. Полицияға, был хәл һигеҙ йыл элек булды, балаға ул ваҡытта ни бары дүрт кенә йәш ине, тип белдерә ҡатын. 40 йәшлек ирҙе ҡулға алағандар.
Асыҡланыуынса, был хәбәр ялған булып сыға. Ә 12 йәшлек ҡыҙ уйҙырманы яҡынын яҡлар өсөн уйлап сығарған. Баҡтиһәң, атай кеше эсеп алып, йыш ҡына өйҙә бола ҡуптарған, әсәһен туҡмаған. Был хәлдән тамам тәҡәте ҡороған бала ошо аҙымға барған. Атаһын ҡулға алғас, ҡыҙыҡай ялғанлауы тураһында белдергән.
Билдәле булыуынса, ғаиләлә алты бала үҫә. Холоҡһоҙлоғо арҡаһында атай кешегә үҙ балалары дошман булып үҫеп килә түгелме?! Ни сәсһәң, шуны урырһың, тип юҡҡа әйтмәгән шул халыҡ...
Фото: pixabay.com
Читайте нас