Йәмғиәт
19 Ноябрь 2019, 08:22

Улар беҙҙең газға мохтаж

Европаның газ баҙары иң йылдам үҫә барған хужалыҡ тармаҡтарының береһе булып танылған һәм унда, белеүебеҙсә, Рәсәйҙең әһәмиәте лә ҙур. Ғәйәт киң күләмдә барған һәм шуға ла миллиард долларлап табыш килтергән тармаҡҡа сәйәсәт тә ҡыҫылмай ҡалмай. Бөгөн унда ниндәй үҙгәрештәр бара һәм улар кем файҙаһына?

Европаның газ баҙары иң йылдам үҫә барған хужалыҡ тармаҡтарының береһе булып танылған һәм унда, белеүебеҙсә, Рәсәйҙең әһәмиәте лә ҙур. Ғәйәт киң күләмдә барған һәм шуға ла миллиард долларлап табыш килтергән тармаҡҡа сәйәсәт тә ҡыҫылмай ҡалмай. Бөгөн унда ниндәй үҙгәрештәр бара һәм улар кем файҙаһына?


Рәсәй ҡаҙнаһына иң ҙур килемде углеводород сеймалы биреүен иҫәпкә алһаҡ, Европаның ошо баҙарының мөһимлеге нығыраҡ аңлашыла төшөр. Оҙаҡ йылдар был ҡитғаға тәбиғи газ өс сығанаҡтан килде: Норвегия менән Нидер­ландтағы үҙ сығанағы, Рәсәйҙән һәм Төньяҡ Африканан торба буйлап килгән сеймал. Әммә һуңғы йылдарҙа ошо структураның алымдары һәм ҡағиҙәләре ныҡ ҡына үҙгәрҙе.
Тәбиғи газ ҡулланыу Европала йылына уртаса 2,4 процентҡа арта бара, был ҡитғалағы электр станцияларының нефть продукттарынан таҙа газ яғыулығына күсеүенә бәйле. Тармаҡтың иң төп тышҡы һатыусыһы булып Рәсәй ҡалыуын дауам итә, ләкин уның өлөшө кәмей – 2010 йыл менән сағыштырғанда, 24,9 процентҡа ҡалды. Быға Төньяҡ Африканан һыу аҫты торбалары һуҙылыуы һәм унан ҙурыраҡ күләмдә газ килә башлауы сәбәпсе.
Ғөмүмән, Европа илдәрен Рәсәй газынан тулыһынса бойондороҡло булғандарға, аҙ бойондороҡлоларға һәм унһыҙ ҙа йәшәй алғандарға бүлеп ҡарарға мөмкин. Төркөмдөң икенсеһенә үҙҙәре ҡулланған газдың 50 процентынан ашыуы Рәсәйгә тура килгән илдәр, өсөнсөһөнә 10 проценттан да кәмерәк булған дәүләттәр инә. Беҙҙең газһыҙ көн күрә алмағандар исемлегендә – Греция, Словакия, Чехия, Литва, Латвия, Финляндия, Эстония, Польша, Австрия, Болгария, Венгрия, Хорватия. Ә бына Бөйөк Британия, Испания, Ирландия, Швеция, Португалия, Норвегия Рәсәйҙән килгән ошо яғыулыҡты ҡулланмай тиерлек. Франция, Швейцария, Италия, Германия, Нидерланд, Румыния беҙҙең тәбиғи яғыулыҡты бик аҙ файҙалана. Күренеүенсә, Рәсәй газына, нигеҙҙә, Көнсығыш һәм Үҙәк Европала урынлашҡан дәүләттәр мохтаж.
Европа ҡулланыусылары өсөн транзит (йәғни газ торбаһын үҙ биләмәһе аша үткәргән) илдәрҙең йоғонтоһон кәметеү отошло. Шуға күрә Рәсәй “Төньяҡ ағымы” һәм “Көньяҡ газ коридоры” төҙөнө лә инде. Уларҙың тәүгеһе, аралашсы илдәрҙе урап үтеп, Балтик диңгеҙе төбө буйлап ҡулланыусы дәүләткә тура бара, икенсеһе Рәсәйҙән, шулай уҡ Каспий диңгеҙе бассейнына ҡараған илдәрҙән Көньяҡ һәм Үҙәк Европаға килә.
Илдең газ тармағында Башҡортостандың өлөшө лә тос ҡына. Был сәнәғәт төрө республикала үткән быуат уртаһында Ишембай нефть ятҡылығын эшкәртә башлағас та барлыҡҡа килгән, унан алынған тәбиғи газды пред­приятиеларҙы йылытыу өсөн файҙаланырға өйрәнгәндәр. 1953 йылда Туймазы – Өфө – Черниковск беренсе магистраль газ үткәргесе һалынып бөткән. Артабан газ үткәргес Шкапов – Бәләбәй – Салауат – Ишембай – Белорет – Магнитогорск йүнәлешендә төҙөлә.
Хәҙерге мәлдә магистраль газ үткәргестәренең оҙонлоғо 4,7 мең километрҙан ашҡан. Был зәңгәр яғыулыҡты Башҡортостандан һәм Көнбайыш Себерҙән илдең көнбайыш өлөшөнә, Европаға “Газпром трансгаз Өфө” предприятиеһы ҡыуҙыра.
Читайте нас