Меңдәрсә кеше йәшәгән Бәләбәй ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙы ҡышҡы айҙарҙа йылы тотоу, эҫе һыу менән тәьмин итеү, уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн тырышлыҡ һала “Теплоэнерго” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре. Шуға бер ваҡытта ла йылылыҡ һәм эҫе һыу биреүҙә өҙөклөктәргә юл ҡуйылманы.
Сергей Лущиц – ғаилә династияһының йылъяҙмаһына лайыҡлы өлөш индергән кешеләрҙең береһе. Сергей Анатольевич 1998 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағандан һуң яҙмышын ошо предприятиеға бәйләй. Ябай слесарҙан башлай ул хеҙмәт юлын. Тармаҡтың асылына төшөнә, йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеүҙәге эш алымдарын өйрәнә. Заманса технологияларға таянған ойошмала газ ҡаҙанлыҡтарын хеҙмәтләндереүҙе өйрәнә. Мастер, баш инженер итеп тәғәйенләнә. Юғары ойоштороу һәләтенә эйә белгесте предприятие етәксеһе итеп тәғәйенләп, уға ҙур ышаныс күрһәтәләр. Атаһы Анатолий Николаевич Лущиц та 22 йыл ошо ойошмала директор булып эшләгән, тармаҡтың үҫеүенә ҙур көс һалған.
Йәмғиәт Бәләбәй ҡалаһында ғына түгел, республикала алдынғы булып танылған. Улар ҡарамағындағы йорттарҙа йәшәгән халыҡ хаҡлы рәүештә, йәмғиәттән уңдыҡ, ти, сөнки хеҙмәтләндереү сифаты юғары.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты хеҙмәтләндереү – ауыр ҙа, яуаплы ла эш. Ул ифрат ҙур көс, таһыллыҡ, сослоҡ талап итә. Ең һыҙғанып тир түккәндә генә һөҙөмтәһе үҙеңде лә, халыҡты ла ҡыуандыра, шуға күрә беҙҙә уңғандар, тырыштар, үҙ көсөнә ышанғандар ғына эшләй, – ти хәҙер директор булған Сергей Анатольевич.
Предприятие Бәләбәй ҡалаһындағы ун биш эре ҡаҙанлыҡтың эше өсөн яуаплы. Бынан тыш, Приют, Аксаков ҡасабаларында, “Аҡсарлаҡ” балалар һауыҡтырыу комплексында йәмғеһе 30 ҡаҙанлыҡтың эшен көйләй. Предприятие йөҙ саҡрымдан ашыу йылылыҡ селтәрен хеҙмәтләндерә, ҡалалағы 521 торлаҡ йортто йылы һәм 138-ен эҫе һыу менән тәьмин итә.
Йәмғиәт Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тәҡдиме менән тармаҡта Рәсәйҙең ун алдынғы ойошмаһы милли реестрына индерелде. “2013 йыл предприятиеһы” исеменә лайыҡ булыуҙары ла оло абруй, фиҙакәр хеҙмәт хаҡында һөйләй.
Предприятиела тырыш эшселәр етерлек. Баш энергетик Ришат Заһретдинов, баш инженер Риф Хәйретдинов, участка начальнигы Владислав Болдырев, баш бухгалтер Римма Ҡәмәретдиноваға таяна етәксе. Ғаилә династияһынан Әхмәҙиевтәр, Ғилметдиновтар, Водопьяновтар, Филенко, Лущицтар тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә эшкә тотонорға әҙер. Диспетчер Наталья Архипова, участка мастерҙары Рөстәм Ғиниәтуллин, Евгений Яковлев, Николай Бочкарев хаҡында ла маҡтап телгә алалар бында.
Автотранспорт хеҙмәтенең абруйы ла юғары. Махсус техниканы тиҙ арала йүнәтергә, ваҡытында тәьмин итергә өлгөрәләр. Әлбиттә, 2013 йылдан алып техника паркы яңыртылып тора: “ГАЗель”, “УАЗ” һәм экскаватор алынған. Хәҙерге ваҡытта инвестиция программаһы тормошҡа ашырыла, уның һөҙөмтәһендә сығымдар кәмейәсәк, йылылыҡ менән тәьмин итеүҙең сифаты артасаҡ. Артабан ҡаҙанлыҡтарҙа йыһаздарҙы яңыртыу, автоматлаштырыу, иҫке йылылыҡ селтәрҙәрен алмаштырыу күҙаллана.
Быйыл йәмғиәт эшселәре, инвест-программала ҡатнашып, 14-се ҡаҙанлыҡты һәм ҡала коллекторы йәнәшәһендәге йылылыҡ селтәрен реконструкцияланы. Ҡаҙанлыҡтарға яңы насостар ҡуйылды.
Күптән түгел “Ростехнадзор” ойошмаһы тикшереү үткәреп, ҡала ҡышҡы йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер, тигән һығымта яһаны.
“Теплоэнерго” хеҙмәткәрҙәре Бәләбәй халҡынан үҙҙәренең эшмәкәрлеге айҡанлы рәхмәт һүҙҙәре генә ишетә.