Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2019, 17:25

Ғәзиз кешеһенең вафатынан һуң 68 йыл үткәс...

Шатлыҡлы, шул уҡ ваҡытта үкенесле лә был донъя. “Үтте”, тинем эстән генә. Быйыл 80 йәше тулырға 18 көн генә ҡалғас, аяуһыҙ фажиғә сәбәпле, машиналар аҫтында ҡалып, һабаҡташыбыҙ Мэлс һәләк булды. Ә күңелдәге һис юйылмаҫ хәтирәләр мәңге иҫебеҙҙә.

Атаһының ҡәбере ҡайҙа икәнлеге асыҡланған.


Шатлыҡлы, шул уҡ ваҡытта үкенесле лә был донъя. “Үтте”, тинем эстән генә. Быйыл 80 йәше тулырға 18 көн генә ҡалғас, аяуһыҙ фажиғә сәбәпле, машиналар аҫтында ҡалып, һабаҡташыбыҙ Мэлс һәләк булды. Ә күңелдәге һис юйылмаҫ хәтирәләр мәңге иҫебеҙҙә.


Кем ул Мэлс?


...“Исеме бик үҙенсәлекле, ә кем ул Мэлс?” – тип һорауы ла ихтимал гәзит уҡыусы. Ҡыҫҡаса әйткәндә, билдәле дүрт шәхестең фамилияларының (Маркс, Энгельс, Ленин һәм Сталин) баш хәрефтәренән алынған өр-яңы исем килеп сыҡҡан.

Баймаҡ районының ҙур һәм данлы Темәс ауылында тыуған сабыйға Мэлс тип исем ҡушалар. Бәхетле тормош ҡороп яңы ғына йәшәй башлаған ғаиләнең уй-хыялдарын селпәрәмә килтереп, һуғыш башлана. Ситдыҡ Мәхмүт улы беренсе көндән үк фронтҡа ашыға. Ә 1941 йылдың 15 авгусында 188-се уҡсылар дивизияһының 580-се уҡсылар штабынан өлкән сержант, политрук Ситдыҡ Әүәлбаевтың социалистик илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн һуғышта батырҙарса һәләк булыуы тураһында ҡара ҡағыҙ килә.
Шулай итеп, кәләше Ғәрифә бер йәш тә туғыҙ айлыҡ улы менән 26 йәштә генә тол ҡала һәм кинәт ауырып китә. Бәләкәс кенә көйө төрлө туғандарында йәшәп, шул осор малай һәм ҡыҙҙары кисергән бөтә михнәттәрҙе үҙ елкәһендә татыған ул. Алға китеп шуны еткерәйек, уның ҡарауы, һәләте арҡаһында яҡшы белем алып, фән кандидаты булып киткән.
Мэлстың атаһы Ситдыҡ Мәхмүт улы 1914 йылғы булған. “Шәп ҡурайсы, йырсы, бейеүсе ине”, – тип хәтерләй уны ауылдаштары. Ә әсәһе Ғәрифә Бик­бирҙина – Темәс ҡыҙы. Үҙем беләм, моңло итеп йырлай торғайны, тауышы бик матур булды.
Берҙән-бер көн ағаһы Байраҡ Мэлсты Темәскә алып килә. Ошо сәфәренән һуң үҫмер башҡа бер ергә лә китмәй, олатаһы менән өләсәһе, Ишбулды ағаһы менән Әлифә еңгәһе ҡулында үҫә.
1948 йылда Мэлс Темәс педагогия учи­лищеһының база мәктәбендә II клас­та уҡый башлай. Бында белем эстәү үҫмер өсөн күңелле йылдар һанала. Уҡыуы арыу ғына бара. Гармунда уйнарға отоп ала, хатта уны ҡунаҡ саҡырған ергә лә алып йөрөтәләр. Ишбулды ағаһы шофер булып эшләй, уның машинаһын йөрөтөргә лә өйрәнә, шуға ла шаярып, уға “шуфер” тигән ҡушамат тағалар.
Мэлстың яҡын дуҫы, класташы Рәфҡәт Әбсәләмов булды. Ете йыллыҡ мәктәптә уҡығанда улар гел бер партала ултырҙы. Рәфҡәт (хәҙер, үкенескә ҡаршы, мәрхүм), ете класты бөткәндән һуң, ҡайҙалыр уҡып килеп, электрик булып эшләне. Уға ла исем таҡҡандар: электрик булғас, “короткое замыкание” тип сыға ла китә икән, шуға уны “короткий” тинеләр.


Сәхнәнән төшмәне...


Темәстә ике йыл уҡығас, унда педагогия училищеһы ябылыу сәбәпле, дүрт төркөм (III һәм IV курстар) Белорет педагогия училищеһына ебәрелде. Был уҡыу йорто, ғөмүмән, көслө ине. Бөтә фәндәрҙән дә уҡытыусыларҙың әҙерлеге юғары кимәлдә. Директор – Бөйөк Ватан һуғышынан яраланып ҡайтҡан Александр Кочнев. Уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары – ғәжәп аҡыллы, тәжрибәле, 60 йәшлек абруйлы уҡытыусы Лидия Шамовская. Ул шуның менән айырыла ине: уҡыу-тәрбиә эштәре, уҡыусыларҙың көнкүреше, туҡланыуы – бөтәһе лә күҙәтеүҙә тотолдо. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, хатта ябай эшселәр ҙә беҙҙең менән яҡшы мөғәмәләлә булды. Белорет педагогия училищеһы беҙҙе изгелеккә генә өйрәтте, шуға ла уны “Беҙҙең Мәккәбеҙ” тибеҙ.
Бына ошо уҡыу йортонда Мэлс Әүәлбаевтың күп һәләттәре асылды һәм үҫте: ул иң һәйбәт рәссам да булды, сәхнәнән төшмәгән баянсы, яҡшы спортсы, алдынғы уҡыусы ла.
Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, егет Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығы етеш­тереү процестарын механикалаштырыу факультетына уҡырға инә. Бында ул үҙенең ауылдашы Петр Божеховский менән бер төркөмгә эләгә.
Дипломлы белгес Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Баймаҡ тәжрибә хужалығы ер эшкәртеү машиналары лабораторияһына инженер-конструктор һәм өлкән ғилми хеҙмәткәр итеп эшкә ебәрелә. Бында ул ер эшкәртеү машиналарын камиллаштырыу буйынса әүҙем эшләй, “Труженик-У” тип аталған һабанға алмаш винтлы корпус эшләүҙә ҡатнаша. Ошо техника, бөтә һынауҙарҙы уңышлы үтеп, сериялап етештереүгә тәҡдим ителә. Унан тыш “Һабандың корпусы”, “Һабан” тигән авторлыҡ таныҡлыҡтарын (авторҙары – М.С. Әүәлбаев, Х.К. Хәсәнов) алыуы ла уның туҡтауһыҙ ижади эшләүен иҫбатлай.
Аҙаҡтан Мэлс Әүәлбаев кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм ауыл хужалығы фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә лайыҡ була. Атаһы Ситдыҡ Мәхмүт улының “баламды уҡымышлы кеше итәм” тигән ниәте тулыһынса ғәмәлгә аша.
Мэлс Әүәлбаев йәш сағынан уҡ “минән нимә талап ителә, шуны бөтә урында ла еренә еткереп башҡарырға тейешмен” тигән принцип менән йәшәне. Нуриман районы ҡыҙы Фәнүзә Түрйәноваға өйләнеп, улар бынамын тигән балалар үҫтерҙе.

Яҡташымдың бөтә ғүмере буйынса йөрәген өйкәгәне атаһының ерләнгән урынын табыу ине. “Извещение” тигән ҡара ҡағыҙ ҡулда булһа ла, Баш­ҡортостандың “Хәтер” китабында “Сит­дыҡ Мәхмүт улы Әүәлбаев “хәбәрһеҙ юғалған” тип билдәләнгән.
Мэлс бер нисә тапҡыр Өфө, Тверь, Бөйөк Новгород ҡалаларының хәрби комиссариаттарына хат яҙа, атаһының һуңғы төйәген табырға ярҙам итеүҙәрен һорай. Ниһа­йәт, ыңғай яуап килә. Атай ҡәберенең ҡайҙа икәнлеге асыҡлана! Ғәзиз кешеһе һәләк булғандан һуң 68 йыл үткәс!


Атай эҙенән


Мэлс Ситдыҡ улы Зөһрә ҡыҙы һәм Азамат улы менән юлға сыға. 2009 йылдың моңһоу авгусында уларҙы Новгород өлкәһендәге Находка ауылы хакимиәте башлығы Виктор Уткин автостанцияла ҡаршы ала. Шунда уҡ ҡаты алыш барған Черновка ауылы урынына алып бара. Ауыл юҡ инде бөгөн, унда урман үҫкән. Һуғыш ҡорбандарын арыраҡ бер ергә йыйып күмгәндәр. Находка ауылы биләмәһендә райондың 38 туғандар ҡәберлегенең етеһе урынлашҡан.
Гранит плитәлә һәләк булған 23 һалдаттың исеме күренә. Унда политрук Ситдыҡ Әүәлбаевтың исеме юҡ ине. Хәҙер, һис шикһеҙ, яҙылғандыр, сөнки исем-шәрифе асыҡланған яугирҙәрҙе иҫтәлекле таҡтаташҡа теркәйҙәр. Ул ҡаңғырыҡ ваҡытта һәләк булғандарҙың исем-шәрифе рус кешеләре тарафынан хата яҙылып бөткән, уларҙы ла төҙәтергә кәрәк. Мин атайымдың яу эҙҙәренән йөрөгәндә лә ошондай уҡ хәл ҡа­батланды.
Әүәлбаевтар туғандар ҡәберлегенә тере сәскә һала, тыуған еренән алып килгән тупраҡты күмә. Атай ятҡан ерҙән балалары Темәскә алып ҡайтыу өсөн бер ус тупраҡ ала. Артабан ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Әүәлбаев­тарҙы совет хәрбиҙәре хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә һәм район музейына алып бара.
Шулай итеп, атаһынан бер йәш тә туғыҙ айҙа, әле иҫ белмәгән сағында уҡ етем ҡалған бала, 70 йылға яҡын ваҡыт үткәс, атаһы рухын тынысландырып ҡайта.
Был изге эштән һуң да Мэлс Әүәлбаев тик ятмай – Темәскә барып, Аҡморон зыяратына ғәзизе ятҡан Черновка тупрағын күмеп һалып, рәшәткә ултырта, атаһының һүрәте ҡуйылған мәрмәр таҡтаташ ҡуйҙырта...