Йәмғиәт
20 Ноября 2019, 12:00

Егеттәр бик йәл...

Алсаҡ, ярҙамсыл егеттәр, Олег менән Яромил, быйыл мәктәпте тамамлап, төҙөлөш техникумына уҡырға ингән булған. Олег- прораб, Яромил автомеханик булырға хыялланған.

Стәрлетамаҡта 16 йәшлек кенә ике егеттең гаражда мәрхүм булып ҡалыуын ишетеп, барыһы ла тетрәнде. Дуҫтары быға һаман ышанып етә алмай һәм нишләп улай килеп сыҡҡанына аптырай. Егеттәр бергә шул гаражда йыш ҡына осрашып торған, бергәләп машиналар йүнәткәндәр. Олег һәр ваҡыт, машина эшләп торғанда тонсоғорға мөмкин тип, ишектәрҙе асырға ҡуша торғайны, тип билдәләй дуҫтары.
Егеттәрҙе таныштары барып таба: машина тоҡандырылған көйө торған, безины янып бөткән булған. Береһе - машина эсендә, икенсеһе тышында ятҡан.
Алсаҡ, ярҙамсыл егеттәр, Олег менән Яромил, быйыл мәктәпте тамамлап, төҙөлөш техникумына уҡырға ингән. Олег - прораб, Яромил автомеханик булырға хыялланған. Был ике дуҫ машина менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған. Киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып, ошо уҡ гаражда автосервис асырға план ҡорғандар. Эште тәүҙә кузовты йүнәтеү, буяуҙан башларға уйлағандар. Егеттәр бик йәл... Ғүмерҙәренең бик иртә өҙөлөүе үтә аяныс...
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.
Читайте нас