Ишембай ҡалаһында автойыуыу салонына барған ир өсөн алдағы көн фажиғәле тамамлана.
Ир кеше салонға барып машинаһын йыуа. Һуңынан тышҡа сыға ла көтмәгәндә ергә йығыла. Был хәлгә шаһиттар ашығыс ярҙам саҡыра. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар бары тик ирҙең үлемен генә дәлилләй...
Алдан күҙаллауҙарынса, вафатының сәбәбе - ҡан тамырында тромб өҙөлгән. Ә бит мәрхүмгә ни бары 56 йәш булған. Ирҙәр араһында ошо сәбәпле вафат булыу йышайҙы. Улар эш тип сабып үҙ һаулығына илке-һалҡы ҡарай шул. Әгәр ҙә ваҡытында табипҡа күренеп, йә булмаһа йылына бер тапҡыр диспансеризация үтеп торһалар ҙа, бәхетһеҙ осраҡтар аҙыраҡ булыр ине.