Улар әлегә бер төрлө схема буйынса пландарын тормошҡа ашыра. Банк хеҙмәтенән тип шылтыраталар ҙа, “билдәһеҙ кешеләр һеҙҙең картағыҙҙағы аҡсаны алырға маташа” тип албырғаталар. Артабан уларҙың күрһәтмәһен үтәгәндәр һаҡламынан ҡолаҡ ҡаҡҡанын белмәй ҙә ҡала.
Әлеге хәл Әлшәй районында йәшәгән 56 йәшлек ҡатын менән була. Банктың хәүефһеҙлек хеҙмәтенәнмен тип шылтыратҡан кеше ҡатындың картаһын емерергә теләгәндәре тураһында иҫкәртә. Был иҫәптә ысынлап та уның аҡсаһы һаҡланған була. “Хеҙмәткәр” картаны блокировкаларға кәрәклеген кәңәш итә. Бының өсөн карта хужаһы бөтә мәғлүмәтте әйтергә тейеш була. Ҡатын һаҡламы өсөн борсолоп, банк картаһы номерын да, аҙаҡ смс менән килгән кодты ла билдәһеҙ кешегә хәбәр итә.
Алдаҡсыларҙың ҡорбаны булғанын төшөнгәндә инде һуң була: уның иҫәбендәге 152 мең һум аҡса юҡҡа сыға.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: картағыҙҙан аҡса алырға маташалар тигән хәбәргә ышаныр алдынан иң беренсе банкка шылтыратып белешегеҙ, унан һеҙ аныҡ мәғлүмәт алырһығыҙ.