Ауылдарҙа тормош ҡайнай. Уны ауылдың тырыш, дәртле кешеләре гөрләтә. Ишембай районының Маҡар ауылында булған саҡта шундай егәрле ғаиләләрҙең береһе менән танышып ҡайттыҡ. Әлфинур менән Илдус Хәсәновтар өс ҡыҙ тәрбиәләй. Алһыу, Альбина һәм Регина Маҡар урта мәктәбендә белем ала. Бөгөн һүҙебеҙ улар тураһында.
Хәсәновтарҙың донъяһы әллә ҡайҙан ялтлап тора. Бында уңғандар йәшәгәне ишек төбөнән үк күренә. Бөтә ер төҙөк һәм зауыҡлы. Әлфинур Ишғәле ҡыҙы дүрт һыйыр тота, 30 баш умартаһы, алтмыштан ашыу ҡош-ҡорто, кәзә-һарыҡтары бар. Әлфинурҙыҡы тип әйтәбеҙ, сөнки мал башлыса уның елкәһендә. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар Себерҙә эшләй икән. Шуға күрә уның өйөндә бик йыш булмауы аңлашыла.
Юҡ, Әлфинур һис тә зарланмай. Ул үҙенең йортонда, хужалығында үтә бәхетле. Был уның йөҙөнә сыҡҡан.
– Мин үҙем Этҡол ауылы ҡыҙы. Атайым менән әсәйем дә ғүмер буйы ҙур хужалыҡ тотто. Һыйыр һауырға, баҡса үҫтерергә әсәйемдән өйрәнһәм, умарта ҡарау, бал ҡорттары менән шөғөлләнеү атайымдан. Беҙ ҙә өс ҡыҙ үҫкәйнек, мин өлкәне. Беҙҙе эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәтеп үҫтергәндәре өсөн мин ата-әсәйемә ҙур рәхмәтлемен. Хәҙер бик ярҙамы тейә. Ошондай мөхиттә йәшәү ҡанға һеңгәндер ул, – ти Әлфинур.
Маҡар ауылы хакимиәте башлығы Эльвира Иманғолова ла был ғаиләне тик ыңғай яҡтан телгә ала.
– Ауылдағы бер сара ла Әлфинур һәм уның ҡыҙҙары ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Уларҙың нисек матур итеп йырлағандарын белһәгеҙ! Улар район кимәлендәге конкурстарҙа ла еңә, Ишембайҙа үткән сараларҙа ҡатнаша. Хәсәновтар кеүек ғаиләләр – ауылдың күрке, – ти ул.
Әлфинур, ысынлап та, бик матур йырлай. Был таланты уның ҡыҙҙарына ла күскән. Уларҙың дүртәүләшеп бергә йырлаған “Балаларым” тигән йыры бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Әйткәндәй, ошо йыр менән улар оҙаҡламай Әсәләр көнө уңайынан Ишембайҙа үтәсәк байрамда сығыш яһаясаҡ.
– Был тиклем хужалыҡты ҡарауы ауыр түгелме һуң? – тип һорайым егәрле ҡатындан.
Әлфинур йылмая ғына. “Минең өсөн был ауыр эш түгел, ә ҡыуаныс. Рәхәтләнеп иртүк тороп һыйырҙарымды һауам, йырлай-йырлай һөттө эшкәртәм. Йәй булһа, баҡсаға сығып китә һалам. Әлбиттә, ҡыҙҙарым – иң ҙур ярҙамсыларым. Бергәләп ҡышҡылыҡҡа баҙ тултырып ҡайнатмалар, компоттар, салаттар әҙерләйбеҙ. Илдус ҡайтҡанында бер ҙә тик ятмай, хужалыҡтағы барлыҡ ир бурыстарын башҡара, минең эшемде еңеләйтергә тырыша. Һеҙ беҙҙе эштән башҡаны күрмәй тип уйламағыҙ. Ял итергә, балаларҙың күңелен асырға ла ваҡыт табып торабыҙ. Улар менән ҡалаға барып кино ҡарайбыҙ, концерттарға йөрөйбөҙ”.
Егәрле ҡатын үҙҙәренән артҡан һөт тауарҙарын, балды уңышлы ғына һата ла икән. Уның аҙыҡ-түлегенең тәмле һәм сифатлы икәнлеген белгән даими клиенттары үҙҙәре үк килеп алып торалар. Был ғаилә бюджетына һәйбәт кенә килем килтерә.
Әлфинур менән Илдусты ҡыҙҙары уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Алһыу менән Альбина ауылдағы музыка мәктәбен ҡыҙыл дипломға тамамлаған, бәләкәйе әле унда уҡый. Спорт ярыштарында ла әүҙем ҡатнашалар, миҙал-кубоктар алып ҡайтып торалар. Уҡыуҙа ла алдынғы ҡыҙҙар.
Беҙ барғанда ғаилә башлығы Себерҙә эштә ине. Шуға күрә Әлфинур менән ҡыҙҙарҙы үҙҙәрен генә фотоға төшөрөп алдыҡ. Ҡарағыҙ, ниндәй шат һәм бәхетле улар!