Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2019, 14:00

Оятҡа ҡалмағыҙ, зинһар өсөн...

Былтыр беҙ бүләктәрҙе тикшерҙек, унда бер-ике кәнфит һалғандар...

Республика Башлығы Радий Хәбиров чиновниктарға Яңы йылға балаларға яҡшы бүләктәр әҙерләргә ҡушты.

- Былтыр бүләктәрҙе тикшерҙек, унда бер-ике кәнфит һалғандар... Оятҡа ҡалмағыҙ, зинһар өсөн, – тип ул муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәт итте.

Республика Башлығы хәбәр итеүенсә, быйыл “Аксаков шыршыһы”на ауыр тормош хәлендә ҡалған, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ғаиләләренән 500 бала саҡырыласаҡ.

- Был минең шәхсән проектым тиергә лә була. Һәр бер хакимиәт башлығы ошо мәсьәлә менән шөғөлләнергә, шыршыға килергә һәм ата-әсәләр менән аралашып, уларҙы нимә борсоғанын аңларға тейеш, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: kulturarb.ru
Читайте нас