Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2019, 11:52

Һөйөклө балаларыбыҙҙы һөйөп үҫтерәйек

Демография темаһы элегерәк социаль йүнәлештән бер ни тиклем тайпылып, сәйәси төҫ алғандай, “сәйәси уйын”дарҙа ла йыш ҡына маҡтаныу өсөн отошло сараларҙың береһе булараҡ ҡулланылды. Ғәмәлдә был тема – беҙҙең өсөн үтә етди, бәхәс тыуҙыра торған проблема.

Демография темаһы элегерәк социаль йүнәлештән бер ни тиклем тайпылып, сәйәси төҫ алғандай, “сәйәси уйын”дарҙа ла йыш ҡына маҡтаныу өсөн отошло сараларҙың береһе булараҡ ҡулланылды. Ғәмәлдә был тема – беҙҙең өсөн үтә етди, бәхәс тыуҙыра торған проблема.


Демографтар хаҡлы


Үткән быуаттың 90-сы йылдарынан башланған халыҡ һаны ҡыҫҡарыуға йүнәлеш хәүефле төҫ ала бара. 2008 йылда республикала Ғаилә йылы иғлан ителгәс, матбуғат баҫма­ларында заман ғаиләһендәге үҙгәрештәрҙе асыҡлау, тикшереү буйынса фекер алышыуҙарҙың ғилми өлкәлә ҡыҙа барыуы күҙ алдын­дағылай, сөнки тап ошо йыл халыҡ тыуымындағы көрсөктөң, тәбиғи кәмеүҙең төрлө мәшәҡәт, ҡыйынлыҡ тыуҙырыуын, пенсия системаһына ауырлыҡ төшөүен, һаулыҡ һаҡлауҙа, хеҙмәт ресурстары баҙарында ҡыйынлыҡтар артыуын, ҡул­ланыусылар һаны ҡыҫҡарыуын, хатта илдең цивилизация булараҡ юҡҡа сығыу хәүефен күҙ алдына баҫтырҙы. Был йыл демография өлкәһендәге проблемаларҙы асҡан “лакмус ҡағыҙы”ндай булды.
Ошо көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләшеүҙәр беҙҙең гәзиттә лә йыш күтәрелде. “Түңәрәк өҫтәл”гә, Рә­сәйҙәге һәм сит илдәр тәжрибәһен тәрән өйрәнгән ғалимдарҙы саҡырып, демографик хәлде “һауыҡтырыусы” тәьҫирле дарыуҙы күмәкләп эҙләгән осор яҡшы хәтерҙә. Ул мәлдән алып беҙҙә нимә үҙгәрҙе икән?
Ғалимдарҙың фекере ул саҡта бәхәсле лә, ҡаршылыҡлы ла төҫлө тойолоуы сер түгел. Әммә уларҙың күҙаллауҙары шул тиклем дөрөҫ, аңлайышлы булғанына әле килеп инанаһың.
Ғалим Азат Булатов: “Матди байлыҡ ҡына ғаиләләрҙең балалар тәрбиәләп үҫтереүгә ихтыяжын арттырмаясаҡ, киреһенсә, карьераға, затлы тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙән ҡулланыуға ынтылышты көсәйтәсәк. Сәләмәт иҡтисад үҙенән-үҙе бы­уындарҙың нормаль тергеҙелеүен тәьмин итергә һәләтле түгел”, – тип белдергәйне. Демографтар, бер ауыҙҙан тигәндәй, йәмғиәт менән оҙайлы перспективаға иҫәпләнгән яңыса идара итеүгә күсеү кәрәклеген иҫбатланы. Уларҙың фекеренсә, мигранттар иҫәбенә тыуымды арттырыу тураһында хыялланырға ла ярамай, бының ыңғай яҡтарына ҡарағанда кире яҡтары күберәк булыуына баҫым яһалды. Бында төп инструмент сифатында тыуымды дәртләндереү саралары торорға тейеш, иң яҡшыһы – әлеге осорҙа ике бала үҫтергән ғаиләләр һанын ишәйтеү, тип билдәләнде, сөнки әлегә күп бала тәрбиәләү бурысын ҡуйыу йәмғиәттә мөмкин түгел ине.
Эйе, көрсөккә килеп терәлгән мәлдә демографтарҙың һүҙе дөрөҫкә сыҡты. Ғаиләлә ике бала тәрбиәләүгә этәргес булырлыҡ саралар, закондар ҡабул ителде. Ә хәҙер илдә, ниһайәт, өс һәм унан да күберәк бала үҫтергән ғаиләләргә йөҙ менән боролош күҙәтелә. Матди яҡтан дәртләндереү саралары тәьҫирлерәк, фәнни яҡтан нигеҙләнгән булыуы менән әһәмиәтле һәм отошло. Бынан тиҫтә йылдар элек әйтелгән тәҡдимдәр раҫҡа килде, тормош ғалимдарҙың һүҙен ту­лыһынса иҫбатланы: һиҙелерҙәй тәьҫире булмаған бәләкәй күләмдәге пособиелар файҙа килтермәйәсәк, бары хәҙерге тормош ихтыяждарына ярашлы, кредит, һалым, коммуналь түләүҙәргә ташламаларҙы үҙ эсенә алған иҡтисади һәм социаль дәртләндереү саралары ғына ышаныслы, ылыҡтырғыс көскә эйә булыуы мөмкин.
Ҡәтғи ҡанундар ҙа үҙгәрә


Тормош беҙ ҡәтғи тип иҫәпләгән закондарға ҙур үҙгәрештәр индерҙе, сөнки заман талаптарына ярашлы ҡараш та, мөмкинлектәр ҙә элекке көйөнсә ҡала алмай. Күпселек халыҡтың уртаса эш хаҡы торлаҡ һатып алырға мөмкинлек бирмәгәндә, хатта әлеге льготалы иҫәпләнгән ипотека һәм ссуда шарттары был мәсьәләне ыңғай хәл итеүҙә ярҙамсы була алмағанда, күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр нисек көн итергә тейеш?
Тап ошо 2008 йылда ҡабул ителгән ҡанундар демография өлкәһендәге йылдар буйы йыйылған “боҙ”ҙо ҡуҙғатты. Тап ошо осорҙа күп ғаиләләр өсөн өмөт, ҡыуаныс килтерәсәк закон өҫтөндә депутаттар эшләне. Бығаса социаль торлаҡ менән ҡалаларҙа йәшәүселәр генә тәьмин ителһә, ошо “аҡ тап”тарҙы бөтөрөү йүнәлешендә “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерелде. Торлаҡҡа мохтажлыҡ кисергән күп балалы ғаиләләргә республика бюджетынан торлаҡ алыу өсөн социаль түләүҙәр биреү закондың 8-се статьяһында нығытылды.
Әлбиттә, торлаҡҡа мохтаж бөтә ишле ғаиләне бер көндә йортло, фатирлы итеп булмауы көн кеүек асыҡ, әммә был тәңгәлдә эштең башланыуы, хәл иткес мәсьәләнең закон дәрәжәһенә күтәрелеүе алдағы яңылыҡтарға күпер булды. Ул саҡта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың хеҙмәт, социаль мәсьәләләр, ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Күзбәковтың күптәрҙең башына ла килмәгән фекере иҫтә ҡалған. Ул тап хәҙер өс бала үҫтергән ғаиләләргә ҡарашты үҙгәртергә кәрәклекте билдәләне. “Әгәр ҙә беҙ демографик хәлде тамырынан үҙгәртергә, тыуым сифатын яҡшыртырға ниәт тотабыҙ икән, өмөтөбөҙ – нигеҙҙә өс бала үҫтереүсе ғаиләлә. Әлегә уларҙың өлөшө аҙ (бына ҡайҙа ул резерв!). Тейешле стимул һәм иғтибар булғанда, бындай ғаиләләр һаны ҡырҡа артасаҡ”. Депутаттың һүҙҙәрен тиҫтә йылдан һуң “ишеттеләр” ахыры, быйыл (шөкөр тиергә кәрәк) тап ишле ғаиләләргә йүнәлтелгән байтаҡ ҡарарҙар донъя күрҙе. Ваҡыт ул сараларҙың һөҙөмтәһен киләсәктә баһалаясаҡ.


Йәшәү өсөн уңайлы, ылыҡтырғыс булһа…


2019 йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда 31 мең 654 бала тыуған. Был үткән йылғы ошо осор менән сағыштырғанда, дүрт меңгә тиерлек кәмерәк. Белгестәрҙең әйтеүенсә, быға репродуктив йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың һаны кәмеүе һәм тыуымдың аҙлығы сәбәпсе. Сабыйҙар үлеме лә юғары әле, иҫән-имен тыуған 1000 сабыйға үлем осрағы 6,2 промилле тәшкил итә.

Башҡортостанда “Демография” милли проектына ярашлы, халыҡ һанының үҫеше мәсьәләләре буйынса сентябрь айында эшсе төркөм төҙөлдө. Факттарҙы барлап ҡараһаҡ, һан күрһәткестәре буйынса республика демографик көрсөк хакимлыҡ иткән 2008 йыл кимәленә төшкән. Рәсәйҙә был күрһәткес буйынса 36-сы урындабыҙ, күрше Татарстан – 17-се урында. Иҫәпләүҙәр буйынса, ил йыл һайын байтаҡ кешегә кәмей. Был хәл шулай дауам итһә, 2025 йылға Рәсәй халҡы 11 миллионға ҡыҫҡарасаҡ тигән һүҙ.
Ни өсөн беҙҙә тыуым түбән, тигәнгә демографтарҙың яуабы әҙер. Төп сәбәптәрҙең береһе – аҙ балалы ғаилә моделенә өҫтөнлөк биреү, элек ҡатын-ҡыҙҙың күпселеге тәүге балаһын 20 йәш тирәһендә ҡулға алһа, хәҙер 27-29 йәштәрҙә генә тәүәккәллек итәләр. Утыҙҙан һуң ғына был аҙымға барыусылар ҙа бихисап.
Ауылда кәләштәргә, ҡалала кейәүҙәргә ҡытлыҡ – күптән инде билдәле күренеш. Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты эксперттары ла быны раҫлай. Беҙҙең төбәккә халыҡтың сит тарафтарға ағылыуы хас, тип билдәләй эксперттар. Мәҫәлән, былтыр республиканы 48 мең кеше ташлап китһә, бары 40 мең кеше килгән. Тағы шуныһы: беҙҙән 15-30 йәшлектәр китә, ә килеүселәрҙең йәше 45-тән юғарыраҡ. Ҡыҙыҡ хәл килеп сыға: беҙ әҙер ресурстарҙы башҡаларға бирәбеҙ ҙә көстәрен файҙаланған халыҡты ҡабул итәбеҙ.


Ҡыҙҙар – ҡалаға, егеттәр – Себергә


Республика эсендә лә көслө миграция бара, баш ҡала үҙе генә түгел, ә тирә-яғы ла киңәйеүен дауам итә. Алыҫ райондар, киреһенсә, эшсе көсөн юғалта. Төньяҡ-көнбайыштағы һигеҙ район бер йылда ғына ике меңгә яҡын кешеһеҙ ҡалған. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ ауылда ҡалмай. Белгестәрҙең хәүефләнеүе аңлашыла, тәьҫирле сара күрелмәһә, 2050 йылға республика халҡының өстән бер өлөшкә кәмеүе бик ихтимал.
Былтыр ғына Башҡортостан тотош бер ҡала халҡын юғалтты, ти белгестәр. “Студенттар һаны байтаҡҡа ҡыҫҡарҙы, сөнки балаларыбыҙ үҙебеҙҙең вуздарға уҡырға инә алмай”, – тип әйтеүселәр ҙә бар. “Күп балалы ғаиләләр берлеге” йәмәғәт ойошмаһының рәйесе Рөстәм Шәйәхмәтов әйтеүенсә, бынан биш йыл элек 129 мең студент булһа, хәҙер ни бары 88 мең генә. Эксперттар башҡа ҡалаларға уҡырға киткәндәрҙең тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмайынса, шунда уҡ төпләнеп, ғаилә ҡороуына шикләнмәй. Ете-һигеҙ мең кеше йыл да Ханты-Манси автономиялы үҙәгенә эшкә китә. Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Краснодар крайы, Волга буйы, Урал тарафтарын да эшсе көсө менән тулыландыра, бик күп төбәктәр өсөн “донор” ролен дә үтәй республика.
Хәүефле һандарҙы миҫалға килтереп кенә һөҙөмтә булмауы билдәле. Демографик упҡынға төшмәҫ элек ниндәй саралар ярҙамында хәлде яҡшыртырға булыр ине? Башҡортостан тормош өсөн бик тә уңайлы, йәшәү, уҡыу, бала тәрбиәләү өсөн бөтә тейешле шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырылған, һәр кемдең дә бында төпләнгеһе, ошо гүзәл ергә ашҡынып килеү теләген көсәйткән төбәк булһын өсөн ҡулыбыҙҙан нимә килә?


Тәҡдимдәр быуа быуырлыҡ, тормошҡа аша күрһен


“Бала – донъяның байлығы” тип ҡабатларға яратһаҡ та, тормошта хәл киреһенсә, йәш ғаиләлә сабый тыуғас та, матди яҡтан ауырлыҡтар башлана, торлаҡ алырлыҡ рәтең булмаһа йәки атай-әсәйең ярҙам итмәһә, фәҡирлектән сыға алмай ыҙаланасаҡһың. Үкенескә ҡаршы, хеҙмәт хаҡының түбәнлеге ярлылыҡты тәрәнәйтә. Татьяна Голикованың әйтеүенсә, ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән ғаиләнең 51 проценты ярлылыҡ сигендә йәшәй. Ә кемдең бындай аҡсаһыҙлыҡ, билдәһеҙлек ҡосағында йәшәгеһе килһен?
Дәүләт тарафынан күрһәтелгән социаль ярҙамдың тәьҫирле булыуы бик мөһим, сөнки тормоштан күренеүенсә, ҡайһы бер социаль ярҙам саралары исем өсөн генә булды, күп сикләүҙәр, мохтажлыҡ критерийҙары байтаҡ йәш ғаиләләрҙе һемәйтте. Тәүге балаға бер тапҡыр бирелеүсе 300 мең һумлыҡ пособиеға өмөтләнгән ғаиләләрҙең байтағына матди ярҙам тәтемәне.

Өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙары тыуған осраҡта өс йәшкә тиклем ғаилә транспорт һалымынан азат ителә. Пособиеларҙың йылдан-йыл арттырылыуы ғына хәлде яҡшыртмай, тыуым артмай. Ерҙе бушлай таратыуҙан да әллә ни файҙа юҡ, аҡсаһыҙ, капиталһыҙ нисек йорт төҙөмәк кәрәк? Күп балалы ғаиләләр үҙҙәре баш тарта был уйланылмаған программанан. Ә бит кешенең һайлап алырға варианты булырға тейеш: өй төҙөргәме, әллә әҙер торлаҡ алырғамы? Инфраструктура булдырылмаған ерҙә кемдең йорт төҙөгөһө килһен?
Демографик тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, 12 йыл буйы тормошҡа ашырылған “Әсәлек капиталы” программаһы бик үтемле, ваҡытында ҡабул ителгән сара булды. Район-ҡалалар буйлап йөрөгәндә лә ошо матди ярҙам иҫәбенә өй күтәрткән, торлағын ремонтлаған, тормош шарттарын яҡшыртҡан ғаиләләрҙең шатлығын йыш ҡына уртаҡлаштыҡ. Айырыуса ауыл ерҙәрендә донъя көткән йәштәр өсөн торлаҡ менән тәьмин итеүгә этәргес сараға әүерелде ул. Ошо осорҙа илдә өс миллиондан ашыу сабый тыуыуы нисек һөйөнөслө булмаһын?
Шуға күрә демографтарҙың, дәүләт кимәлендәге сараларҙың береһе булараҡ, өсөнсө балаға 1 миллион һум күләмендә әсәлек капиталын биреү тәҡдиме менән сығыш яһауына ғәжәпләнәһе түгел. Икенсе тәҡдимдәре – банктан аҡса алып торлаҡлы булған ғаиләләргә ипотека ставкаларын ҡайтарыу ҙа әһәмиәткә эйә.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ла үҙ тәҡдимдәре менән ҡыйыу сығыш яһай. Өфөлә ғаиләлә өсөнсө бала тыуғанда атайлыҡ капиталын индереү буйынса йәмәғәт тыңлауҙары ойоштороласағын белдерә улар. Демография мәсьәләһенә ҡағылған мөһим фекер алышыу йыл аҙағына тиклем үтергә тейеш.
“Үҙен ошо йәмғиәттең ағзаһы тип иҫәпләгән һәр кем был һөйләшеүҙә ҡатнашырға бурыслы”, – тип иҫәпләй Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина. Атайлыҡ капиталы бөтә балалары ла бер ғаиләлә йәшәгән һәм никахтары рәсми рәүештә теркәлгән парҙарға тәғәйенләнергә тейеш, тигән фекерҙә улар.
Ошо хаҡтағы тәүге фекер алышыуҙар быйыл июль айында үтте. Ҡарар проекты эксперттар тәҡдимдәре менән башҡарма власть органдарына ебәрелде. “Әгәр ҙә атайлыҡ капиталын индереүҙе федераль кимәлдә хәл итә алмаһаҡ, был сараны төбәктәр кимәлендә тормошҡа ашырасаҡбыҙ”, – тип билдәләй палата вәкилдәре.
Хәҙерге осорҙа ишле ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән бөтә мәғлүмәтте туплаған белешмә әҙерләү мөһим. Айырыуса ауыл ерҙәрендә донъя көтөүсе ата-әсәләр өсөн ул бик кәрәкле. Күптәрҙең үҙҙәренә тейешле льготаларҙы белмәгән осраҡтар ҙа булғылай. Ишле ғаиләләргә бөгөн ниндәй ярҙам мөһим тигәнгә, баш ватаһы ла юҡ, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш урыны кәрәк. Ул саҡта күп ғаиләләр үҙ йүнен үҙе күрәсәк. Быны мин күрше-тирәмдә йәшәгән таныштарҙың, эргәмдә эшләгән ишле бала үҫтергән хеҙмәттәштәремдең фекеренән сығып әйтәм.

Читайте нас