Йәмғиәт
21 Ноябрь 2019, 17:00

Бер төн эсендә Яңы йыл мөғжизәләре башланды

Шулай тип хәбәр итте социаль селтәрҙәрҙә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин.

Шулай тип хәбәр итте социаль селтәрҙәрҙә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин.
Баш ҡаланың төп майҙандарының береһе һаналған Ҡала советы янына төндә шыршы килтерелгән.
“Ҡәҙерле Өфө халҡы, хәйерле иртә! Был төндә, барыһы ла йоҡлағанда, Яңы йыл мөғжизәләре башланды. Беҙгә ысын ҡыш һылыуҡайы килде. 2020 йылға 39 көн ҡалды, Яңы йылды бар ҡала, айырыуса бәләкәстәр ашҡынып көтә. Бөгөндән беҙ барыһына ла өлгөрөр, өфөләргә байрам бүләктәре әҙерләр өсөн көндәрҙе һанай башлайбыҙ” тип яҙҙы Өлфәт Мостафин “Бәйләнештә” сайтындағы сәхифәһендә.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас