Өфөлә "Беҙҙең бренд" фестивале бара. Был республикала аҙыҡ-түлек буйынса махсуслашҡан берҙән-бер йыйын.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сараны асыу тантанаһында уның әһәмиәтен билдәләп:
– Дүртенсе тапҡыр үткәрелгән "Беҙҙең бренд" фестивале тәмле, тәбиғи аҙыҡ-түлектең муллығы менән ҡыуандыра, – тине. – Беҙ продукцияны ҡулланыуға ҡарағанда күберәк етештерәбеҙ. Әммә уны дөрөҫ һатыу, брендлаштырыу йәһәтенән проблемалар бар. Шулай ҙа беҙ өйрәнәбеҙ. Бындай саралар етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә ҙур ярҙам итә.
Фестивалгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Быны үҙҙәренең продукцияһын, брендын күрһәтергә, төбәк баҙарына сығырға теләгәндәрҙең ишәйә барыуы ла күрһәтә. Был йылдарҙа форумда ҡатнашыусылар һаны ике тапҡырҙан ашыу артҡан. Йыйынға Рәсәйҙең 19 төбәгенән 130-ҙан ашыу компания килгән.
Республикабыҙҙың 30-ҙан ашыу фермер хужалығы, кооперативтар тәҡдим иткән күргәҙмә үҙенең муллығы менән һоҡландырҙы. Улар сыр, һөт аҙыҡтары, колбаса, кондитер изделиелары, ярма һәм башҡа төр продукциялар алып килгән.
Шуныһы ҡыуаныслы – ауыл хеҙмәтсәндәре етештергән аҙыҡ төрө лә арта бара. Экологик йәһәттән таҙа һәм сифатлы булыуы менән әһәмиәтле улар.
Фестивалда шулай уҡ "ПродТехЭкспо" махсус проекты, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм ҡаптарға төрөү өсөн Рәсәйҙә, Германияла етештерелгән ҡорамалдар күргәҙмәһе эшләй.
Фото БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.