Йәмғиәт
21 Ноября 2019, 04:40

Ришат Төхвәтуллин хөкөм итмәүҙәрен үтенә

"Һиңә был бер ҙә килешмәй!.." - ти тамашасылар...

Яратҡан йырсыбыҙ ғүмер буйы оҫта бейегәндәргә һоҡлана. Күптән түгел ул үҙе лә концерттарында бейей башланы.

Уның яңы һөнәрен күптәр оҡшатһа ла, өнәп бөтмәгәндәр ҙә юҡ түгел. Берәүҙәре йырсының «Инстаграм» битендә «Афарин, булдыраһың!» тип яҙһа, икенселәре «Һиңә бер ҙә килешмәй, бейемә, баҫып ҡына йырла!» тип кәңәш бирә. Уларға егет: "Мин уны күп осраҡта режиссер ҡушыуы буйынса эшләйем, ә ҡайһы саҡта үҙемдең иҫ киткес етеҙ бейеүселәремә ҡарап бейемәй түҙә алмайым! Был инде күңел ҡушыуы буйынса, зинһар, хөкөм итмәгеҙ”, - тип яуап бирә.

Шулай ҙа тамашасыларҙың күпселеге Ришаттың бейеүен хуплай. “Ришат, бейе лә, йырла ла. Һиңә барыһы ла килешә. Беҙ йырҙарығыҙҙы һәм клиптарығыҙҙы бик яратып тыңлайбыҙ”, - тигән улар.

Фото йырсының “Бәйләнештә” төркөмөнән алынды.

Читайте нас