Бөгөн Сибай ҡалаһының тыуған көнө. Уға 1955 йылдың 21 ноябрендә РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән ҡала статусы бирелә.
Сибай ҡалаһы - Көньяҡ Уралдың баш ҡалаһы тиһәк тә була, ул бөгөн мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау үҙәге лә булып тора. Ҡаланың үҙ филармонияһы, театры, республикала берҙән-бер “Сулпан” балалар театры, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты, әллә күпме колледжы бар. Шулай уҡ Сибай ҡала дауаханаһында Урал аръяғы районы халҡы ла дауалана.
Сибай ҡалаһы XX быуаттың 30-сы йылдары уртаһында Сибай баҡыр-цинк мәғдән ятҡылығын үҙләштерә башлау менән бәйле нигеҙләнгән. 1938 йылдан ул эшселәр ҡасабаһы, ә 1955 йылдан ҡала статусы ала.
Киләһе йыл Сибай үҙенең күркәм юбилейын лайыҡлы ҡаршыларға йыйына һәм ошо уңайҙан ҡала типографияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан эмблема булдырылған. Тыуған көнөң менән, яратҡан Сибайыбыҙ!
Фото: "Атайсал" гәзите сайтынан.