Күп бала тәрбиәләгән әсәләрҙе Өфөгә саҡырып ҡотлау йолаһы Башҡортостанда электән һаҡлана. Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев бер төркөм уңған хужабикәләрҙе “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләне.
Өлгөлө әсәйҙәр араһында Йәрмәкәй районынан Иралия Тимербаеваны күреү айырыуса шатлыҡлы ине. “Бала-саға тауышына күмелгән өйҙән сыҡҡы килмәй, сабыйҙар күберәк булған һайын, донъя ла йәмлерәк!” – тигәйне ул саҡта яңы ғына күкрәгенә миҙал таҡҡан әсәй кеше. Ошо көндәрҙә Иралия Сабирйән ҡыҙының ире Фидан Кәшип улы менән йәнә осраштыҡ.
– Кәләшем менән биш бала тәрбиәләйбеҙ, “тағы ла уйламайһығыҙмы?” тигән уйынлы-ысынлы һорауҙы күптәр йыш бирә, – тип башланы һүҙен Йәрмәкәй ауылының “Йәмих” мәсете имам-мөхтәсибе Фидан хәҙрәт. – Белеүебеҙсә, бөтәһе лә – Аллаһ Тәғәлә ҡулында. Ысынлап та, беҙҙең өсөн биш бала сик түгел. Икебеҙҙең дә фекер уртаҡ: балалар өйҙө бер итеп уйнаған һайын, донъя көтөүе лә еңелерәк.
Уңған Тимербаевтарҙың йортонда күп балалар йүгереп йөрөгән шикелле, Йәрмәкәй ауылының үҙәгендә лә “Йәмих” мәсете янында халыҡ байтаҡ. Бөгөн йома намаҙына йыйылғандар, былай көндәрҙә лә унан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәй.
Әйткәндәй, Иман йортона 2000 йылда нигеҙ ташы һалынған, 2018 йылда үҙ ишектәрен асҡан. Ул халыҡ аҡсаһына төҙөлгән. Манараны шәхси эшҡыуар Фәнүр Иҙиәтуллин эшләгән, ә көмбәҙҙе Дамир Кәлимуллин бүләк иткән. Был урын шул тиклем хозур, эргәнән генә шишмә аға, ул йырҙарҙа йырланған Рә йылғаһын туйындыра. Уңға ҡараһаң да, һулға ҡараш ташлаһаң да ҙур булмаған урманлы тау менән осрашаһың.
Фидан хәҙрәт әйтеүенсә, Аллаһ йортоноң иркенлеге төрлө дини сараларҙы үткәреү өсөн отошло. Иң ҙурҙарҙан һаналған Ҡорбан ғәйете һәм Ураҙа байрамын уҙғарғанда 200-ҙән ашыу мосолманды һыйҙырыу – шуға асыҡ миҫал.
Йыл да уҡыусы балаларҙың оҙайлы йәйге каникулы осоронда бында лагерь ойошторола, Октябрьскийҙан саҡырылған шәкерт ҡыҙ һәм малайҙар менән шөғөлләнә. Шулай уҡ сабыйға исем ҡушыу йолаһы еренә еткереп башҡарыла, йәштәр никах уҡытыу маҡсатында мәсеткә алдан уҡ сиратҡа яҙылып ҡуя. Әлбиттә, бындай сауаплы эштәрҙең береһе лә Фидан хәҙрәттең ярҙамсыларынан тыш үтмәй. Рәшит мәзин, Хәмит мәзин, Самат мәзин, Вил шәкерт бер һүҙле, уртаҡ уйлы булып эшләй.
Фидан хәҙрәт бәләкәй хаж ҡылған, тиҙәр. Ошо турала ла һораштыҡ.
– Бәләкәй, тимәк, Ғөмрә хажы ҡылдым, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Бынан бер нисә йыл элек Мәккәлә булдым. Киләсәктә иһә ҙур хаж ҡылырға уйлайым – Мәккәгә лә, Мәҙинәгә лә юлланасаҡмын. Ул бер көнлөк мәшәҡәт түгел, уға йылдар һуҙымында әҙерләнәләр. Иң мөһиме, һин күңелеңдән уға әҙер булырға тейешһең. Шул саҡта ғына оҙайлы сәфәргә сығырға мөмкин.
Яңы Шах ауылында тыуып үҫкән Фидан Кәшип улы билдәләүенсә, бәләкәй саҡтан уҡ өләсәһе Сәғиҙәнең намаҙ уҡығанын отоп алған, олатаһы Кашап та мулла булған. Намаҙға баҫыуға бер ҡасан да һуң түгеллегенә баҫым яһаны танышым.
Өфөлә Рәсәй Ислам университетында белем эстәгәндә Фидан хәҙрәттең бер һылыуҡайға күҙе төшә. Танышып китәләр, дуҫлыҡ дауам итә. Илеш районының Исәмәт ауылынан килгән Иралия Сабирйән ҡыҙы була. Бөгөн Тимербаевтарҙың ғаиләһендәге баш бала Инсаф – Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты, Әҙилә (X класс) менән Иҙрис (VI класс) – мәктәп уҡыусылары. Биш йәшлек Камил балалар баҡсаһына йөрөй, ә ике йәшлек Сәлим әсәһе менән өйҙә.