Йәмғиәт
22 Ноября 2019, 07:00

Беҙҙең өйҙөң йәме ул!

Әсәйем беҙгә көн һайын: “Мин бәхетле, сөнки йәшәр урыным, өс балам, яратҡан эшем, мул ризығым бар”, – тип өндәшә. Минең уйлауымса, тормош – ул ҙур уйын.

Әсәйем беҙгә көн һайын: “Мин бәхетле, сөнки йәшәр урыным, өс балам, яратҡан эшем, мул ризығым бар”, – тип өндәшә. Минең уйлауымса, тормош – ул ҙур уйын.


Һәр һынауын, яҙмыш баҫ­ҡыста­рын үтер өсөн беҙгә баштан уҡ ғаилә бирелә. Шаяртып “демо-версия” тип атап була уны. Ошо уйынға йәм биргән дә, етәкләп үргә мендергән дә изге зат ул – Әсәй. Донъялағы иң яҡын, сабыр, матур, кәрәкле, ихлас, игелекле кешеләрҙең береһе.


Табип, уҡытыусы, логопед, ашнаҡсы, рәссам һәм башҡа һөнәрҙәрҙе баш­ҡар­ған кеше ул. Уның алтын ҡулдары ауырт­ҡан урындарҙы дауалай, ә кәңәштәре дөрөҫ юлға баҫтыра. Һәр бала донъяға тыуғас та беренсе булып үҙ әсәһен күрә, күкрәк һөтөн имә. Әсәй беренсе аҙымдарҙы яһарға ярҙам итә, ашарға, уҡырға, донъяны яратырға өйрәтә.


Әсәйем Гөлназ Хәсәнова Ҡырмыҫ­ҡалы районының Мырҙа ауылында биш балалы ғаиләлә тыуған. Беренсе бала булғас, ҡартатай менән ҡартәсәй уны яратып, наҙлап ҡына үҫтерә. Бындай йәмле бала саҡ биш йәшенә хәтлем һу­ҙыла, артабан туғандары тыуа. Бәләкәй туғандары уны һаман да “икенсе әсәйебеҙ” тип атай.


Үҫеп еткәс, юғары белем алыр өсөн ул баш ҡалаға бара. Ҙур ҡалала юғалып ҡалмайынса, яратҡан эшен табып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәй. Әле ул – балалар баҡсаһы мөдире, уңған әсәй, “атҡаҙанған” кулинар һәм беҙҙең өйҙөң йәме. Кисергән ауырлыҡтарын йәшергән, изге йәнле һәм ихлас күңелле әсәй – тоғро дуҫыбыҙ, беренсе уҡытыу­сыбыҙ һәм яҡын кәңәшсебеҙ.


Әсәй, әсәкәйем, һине ныҡ яратам һәм хөрмәт итәм. Ысын күңелдән байра­мың менән ихлас ҡотлайым һәм мине, ағайымды һәм туға­ным­ды ошо донъяға килтер­гәнең өсөн мең-мең рәхмә­темде еткерәм. Һаулыҡ, ҡа­тын-ҡыҙ бәхете һәм эшеңдә уңыштар теләйем, тормош ауыр­лыҡтарын күрергә яҙма­һын һиңә.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас