Йәмғиәт
22 Ноября 2019, 10:22

Хикмәт тулы икән был юлдар

Сәфәргә әҙерләнһәң, ҡыҙыҡ бит ул. Шул илгә бәйле иҫтәлектәрҙе барлай башлайһың. “Белорус” һүҙен бәләкәйҙән ишетеп үҫтек инде ул. Атайымдың бер туған ҡустыһы, күршелә генә йәшәгән Иҫәнбай ағайым мәрхүм йөрөтөр ине “Беларусь” тракторын.

Сәфәргә әҙерләнһәң, ҡыҙыҡ бит ул. Шул илгә бәйле иҫтәлектәрҙе барлай башлайһың. “Белорус” һүҙен бәләкәйҙән ишетеп үҫтек инде ул. Атайымдың бер туған ҡустыһы, күршелә генә йәшәгән Иҫәнбай ағайым мәрхүм йөрөтөр ине “Беларусь” тракторын.


Колхозда механизатор булып эшләгән изге күңелле ағайымдың исеме менән гел ҡуша әйтелер ине был һүҙ: “Иҫәнбай бер белорус һалам килтереп китте”, “Иҫәнбайҙың белорусы менән утынға барып килдек. Әлдә Иҫәнбай осраны”, “Район үҙәгенән рәхәтләнеп белорусҡа ултырып ҡайттыҡ!”


Бәй, Минск һүҙе лә бәләкәйҙән таныш икән дәбаһа! Уныһы инде бер туған Зөфәр, Илдар ағайҙарымдың йәшлек осорона бәйле. Төнгө ауыл урамдарын аҙ үтмәне инде ул “Минск”, “Иж-Юпитер” мотоциклдары, күрше ауылдарҙы ла таң атҡансы ҡырҡ урарҙар ине!


Һәм тағы... Белоруссия фронтында һуғыш юлдарын үткән ғәзиз атайымдың яҡты иҫтәлегенә лә бәйле миңә был ерҙәр!

Күпләп урыҫ телендә сыҡҡан башҡорт яҙыусыларының китаптарын алып килергә ҡушты дуҫтарым. З. Биишева исемендәге “Китап” фирма магазинына инеп, күҙемә эләккән бар китапты ла тоҡсайыма тултырам: Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим, Ғәзим Шафиҡов, Талха Ғиниәтуллин, Тамара Ғәниева, Сабир Шәрипов, Шәүрә Шәкүрова, Әмир Сәйфуллин, Факил Мырҙаҡаев, Айгиз Баймөхәмәтов, Лариса Абдуллина... Их, урыҫ телендә сыҡҡан шиғыр китаптары әҙерәк икән шул... Барыһын да күрһәтке килә бит!


Билеттар алынған. Тәүҙә Мәскәүгә, Мәскәүҙән артабан Минскиға осасаҡмын.


Кис әйберҙәремде шыплап тултырғас, самолётта багажға тапшырыла торған юл сумкаһын үлсәп ҡарайым. Их, тейешле килограмдарҙан саҡ ҡына ауырыраҡ килеп сыға. Бер-ике китапты ҡул багажына алһам әгәр? Ҡыҫҡа ғына хикәйәләрҙе уҡып барыуы йәтеш булыр тип, Сабир ағай Шәриповтың урыҫ телендә сыҡҡан “В горах мои зори” тигән китабын айырып, бәләкәй сумкаға һалып алам. Уҡый алһам әле! Тултырынып йөрөп, серем итергә өс кенә сәғәт ваҡыт ҡалған. Таң менән юлға.

Әллә йоҡланым, әллә юҡ. Тороп сәй ҡуйҙым. Бәй, сәғәткә ҡараһам, ваҡытты дөрөҫ һанамағанмын бит. Миңә күптән аэропортҡа барып етергә кәрәк! Әлдә иптәшем етеҙ генә тейешле урынға алып барып та ҡуйҙы. Йүгереп барып, иң һуңғыларҙан булып теркәлеп, бер ҡайҙа ла туҡталмай тиерлек, самолётҡа инеп ултырам. Күҙ шарҙай булған! Йоҡо ҡайғыһымы инде хәҙер!


Әлеге лә баяғы Сабир ағайҙың китабын ҡыуанып ҡулыма алам. Уҡый-уҡый, йоҡлап та китермен, бәлки. Үҙем яратып уҡыған юл хикмәттәрен асам. Йоҡланың, ти, йоҡламай... Берсә көләм, берсә күҙгә йәш алам. Тышлыҡтағы матур фотоһына ҡарап: “Бына бит, әлхәмдүлилләһ, ҡарағайҙай ағайҙарыбыҙ бар әле!” – тип ысын күңелдән һоҡланып ҡуям. Күңелемдән генә Сабир ағай менән һөйләшеп тә алам. Бына сәфәрҙән ҡайтҡас, шылтыратырмын да: “Сабир ағай, Һеҙҙең китапты Минскиға алып барҙым”, – тип ҡыуандырырмын, тип хыял ҡорам.


Әле бер, әле икенсе хикмәтте уҡып, Домодедово аэропортына нисек килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Минскиға оса торған самолётҡа теркәлгәс, йәтешләп кенә ултырып, ватсапҡа килгән сәләм-хаттарҙы барлайым. Ҡәләмдәшем Тәнзилә Дәүләтбирҙина ебәргән хәбәрҙе асам да телһеҙ ҡалам: “Сабир Шәрипов мәрхүм булып ҡалған. Йәне йәннәттә булһын”...

Самолётта Минск менән Мәскәү араһы ни бары 1 сә­ғәт тә 20 минутлыҡ юл. Ары-бире тамаҡ ялғап, уңға-һулға ҡаранғансы, барып та төшәһең. Мин һаман да китаптан айырыла алмайым. Хәҙер инде бөтөнләй икенсе тойғолар солғанышында уҡыйым. Һәр һүҙҙе күңелемә һеңдерәм, Сабир ағайҙың тау кешеләренә генә хас ғорур ҙа, ышаныслы ла, күҙәтеүсән дә, намыҫсан да образы күҙ алдымдан китмәй. “Һаумы, килен!” – тип шаяртып өндәшкән булыр ине, “Биләрит егетенә” кейәүгә сыҡҡанымды иҫәпкә алып йор һүҙле “ҡайнағам”.


“Мин һеҙҙең менән хушлашмайым. Әле йылы ҡулдарығыҙҙы ҡыҫып иҫәнләшер көндәр алда әле! (...И я, уважаемый читатель, не подаю тебе руки. Встретимся ещё, тогда и пожмём друг другу тёплые руки...)” – ошо һүҙҙәрен уҡып, Сабир ағайҙың китабын ҡыҫып ҡосаҡлаған килеш, үкһеп илай-илай барып төштөм мин Белоруссияның баш ҡалаһына...


Читайте нас