Йәмғиәт
22 Ноября 2019, 08:00

"Хоҙай беҙгә ҡыҙ ҙа бирҙе тип ҡыуандыҡ"

Дини кеше булып, донъяның асылын аңларға тырышты. Ҡөрьән аяттарын ятлап, биш намаҙын уҡый башлағайны. Ҡәйнәһен дә үҙенең артынан эйәртте.

Хәнис Хәзимовтың яратҡан йырсыбыҙ Вәсилә Фәттәхова хаҡында китап әҙерләүен хәбәр иткәйнек инде. Баҫмала йырсының ҡайныһының дә матур хәтирәләре бирелгән.
"Вәсилә беҙгә килен булып төшкәс, эй ҡыуандыҡ. Тәүфиҡлы, итәғәтле бала. Беҙ уны үҙ ҡыҙыбыҙ кеүек ҡабул иттек, – тип яҙа ул. – Ике улыбыҙ бар ине, ә ул беҙҙе тормошҡа икенсе яҡтан ҡарарға өйрәтте. Уңғанлығы таң ҡалдырҙы. Өйҙә лә, репетицияларға ла өлгөрә. Дуҫтары күп булды, ҡунаҡлашып матур йәшәнеләр. Һигеҙ йылдан артыҡ ғүмер беҙҙең өсөн байрам кеүек бер миҙгел булған. Нәсимә менән һөйләшеп ултырабыҙ ҙа илашабыҙ. Шул йылдар иҫкә төшә. Беҙҙе ихтирам итте. Тәртип боҙһа, Кәримгә эләгә ине – уны мөйөшкә баҫтырып ҡуялар. Ул башын аҫҡа эйеп тора ине. Әсәһен бик ихтирам итте. Йыраҡҡа гастролгә барырға тура килһә, әсәһенә эйәрә. Бик матур ғаилә ине. Вәсиләгә, ғөмүмән, баҡсасы булаһы ҡалған. Баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерҙе. Дини кеше булып, донъяның асылын аңларға тырышты. Ҡөрьән аяттарын ятлап, биш намаҙын уҡый башлағайны. Ҡәйнәһен дә үҙенең артынан эйәртте. Вәсилә балаҡайым тормошобоҙҙо йәмләп йәшәне. Юҡһынабыҙ, һағынабыҙ уны".
Фото йырсының "Бәйләнештә" төркөмөнән алынды.
Читайте нас