Йәмғиәт
22 Ноября 2019, 07:17

Илгизәр ниңә өйләнмәй?

Иген ер һыуына үҫмәй, тир һыуына үҫә, тип тиккә генә әйтмәгәндер халыҡ. Өҫтән күрһәтмә көтөп ултырмайынса, үҙ аҡылы менән донъя көткән, бер кемде лә бимазаламай, ҡаршылыҡтарҙы үҙ көсө менән еңергә тырышҡан кешеләр аҙ түгел донъяла.

Иген ер һыуына үҫмәй, тир һыуына үҫә, тип тиккә генә әйтмәгәндер халыҡ. Өҫтән күрһәтмә көтөп ултырмайынса, үҙ аҡылы менән донъя көткән, бер кемде лә бимазаламай, ҡаршылыҡтарҙы үҙ көсө менән еңергә тырышҡан кешеләр аҙ түгел донъяла.


Шуларҙың береһе Баҡалы районы­ның Мостафа ауылында йәшәй. Тыныс холоҡло, хатта бер аҙ оялсаныраҡ егет­тең районда билдәле эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы рәйесе икәнлеген белгәс, бер аҙ аптыраштыҡ та. “Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә” тигәндәре шулдыр.
Мең һумдар менән түгел, миллиондар менән эш иткән Илгизәр Йәмғетдин улы Фәруҡшиндың ныҡышмалылығы хайран итә. Йәш көйөнә ауырлыҡтарҙы үҙаллы еңергә өйрәнгәнлеге әле лә ярҙам итә үҙенә.
– Армиянан ҡайтып төшһәм, бәлә-ҡаза көтөп торған – өйөбөҙ янып, көл-күмергә әүерелгән. Нисек тә аяҡҡа баҫырға, әсәйҙе өйлө итергә кәрәк бит инде. “Быҙауҙар алып, үрсетеп ҡара­йыммы икән” тип план ҡорҙом. Ун башҡа еткерҙем бит. 2010 йылда мал хаҡы бик осһоҙ ине, был минең өсөн отошло булды, – тип хәтерләй ул көндәрҙе егет. – Үгеҙҙәрҙе һатып, йорт һалдым.
Элекке колхоздың ташландыҡ фермаларын ҡараштырып йөрөйөм. Әгәр ошо биналарҙы һатып алып, хужалыҡ ойоштороп ебәргәндә? Тәүәккәлләргә булдым. 800 мең һумға ошо ҡураларҙы алып, ут, һыу үткәрҙем, мал йөрөтөү өсөн урын әҙерләнем.
– Ҡустым, мәшәҡәттәрең байтаҡ күренә, 17 һауын һыйырың, 27 баш танаң бар. Өҫтәүенә 14 йылҡы малы... Йәмғеһе 63 баш һыйыр малы кәртә эсендә. Ярҙамсыларың барҙыр бит?
– Мал-тыуар һанын оҙаҡламай 81-гә еткерергә тейешмен. Тимәк, эш тағы ла артасаҡ. Ағайым Әсләм көтөү көтөшһә, еңгәм Гөлнара һыйыр һауа. Ауыл хужалығын алып барыу өсөн бөтә кәрәкле техника бар: ике “ДТ-75” тракторы, бер “МТЗ”, сәскес, һабан, тырма һәм башҡа кәрәк-яраҡ.
– Кредит та түләйһеңдер әле...
– Ай һайын ҡырҡ мең һум самаһы түләргә тура килә, быныһы хәлдән килер­лек, йырып сығырлыҡ. Быйыл, эш баш­лаған йәш фермер булараҡ, грант алыу өсөн проект әҙерләп тапшыр­ғайным, хуп­ланылар, дәүләт 2 миллион 900 мең һум аҡса бирҙе. 330 мең һумын үҙем ҡуштым. Быға тиклем дә проект эшләп, яҡлап ҡарағайным, ул саҡта “рен­табелле түгел” тип ҡаршы төшкәйн­е­ләр. Был юлы, әлбиттә, нығыраҡ әҙерләндем. Хәҙер 34 гектар майҙанда көтөүлек бар. 163 гектар ер – ҡуртымда. Ҡышҡылыҡҡа ужым арышы сәстек, яҙ еткәс, сенаж өсөн үлән сәсергә ниәтләйбеҙ. Ер майҙанын арттырырға мөмкинлек бар. Әлегә бесәнлектәр етерлек.
– Был хәтлем эште нисек башҡарып өлгөрәһең?
– Һис ҡыйынлығы юҡ. Кәрәкһә, трак­торға үҙем ултырам, көтөүен дә көтәм. Проекттар әҙерләгәндә, документтар туплағанда район хакимиәте, ауыл хужалығы идаралығы белгестәре ныҡ ярҙам итә. Аҙаҡҡы тапҡыр грантҡа документтар әҙерләгәндә, “ҡара-сыбар” тоҡомло һыйырҙар ал, тип кәңәш итте­ләр. Тыңланым. Проектты Ауыл хужа­лы­ғы министрлығында яҡларға тура килде. Эшеңдең һөҙөмтәһенә ҡарап балл ҡуялар: һөт йүнәлешен һайла­ныңмы – бер балл, малың тоҡомломо – йәнә бер балл, ерең бармы – тағы балл... Мал һанына ла иғтибар бирәләр. “Балл”дар йыя торғас, грантлы булдым.
– Эшеңдең осо-ҡырыйы юҡ икән. Өйләнһәң, мәшәҡәттәрең бер аҙ кәмер ине, моғайын. Өйөңә кәләш төшөрһәң, әсәйең Рәүзәлә инәй ҙә һөйөнөр ине.
– Ваҡыт самалы бит, – тип йылмая Илгизәр, – һыйырҙар быҙаулай башланы. Бәләкәй генә көйҙәренә уларҙы ла һатаһы бар. Алыусылар табылып тора. Ауыл хужалығын үҫтереүгә ҡағылған материалдарҙы өйрәнәм. Иртән зарядка урынына өй беренсә йүгереп йөрөп, халыҡтан һөт йыйып тапшырам. Өлгөр генә!
– Шулай ҙа беҙҙең тәҡдимде лә кире ҡаҡмай, уйлап ҡара әле, Илгизәр, – тип, күптән бер-береһен яҡшы белгән таныштарҙай хушлаштыҡ Баҡалының тағы ла бер ерһөйәр егете менән.


Баҡалы районы.
Читайте нас