Әлбиттә, популяр йырсыларҙың йәнәшәһендә ижадын яратыусыларҙан тыш дошмандары ла етерлек. Шулай шул, билдәле һәм танылған, уңышлы кешеләр янында ҡара йәнлеләр ҙә, әсе теллеләр ҙә бихисап. Донъя бит, ҡылаһың...
Илсөйә Бәҙретдинованың ошо көндәрҙәге яҙмаһы шау-шыу күтәреп алды. Йырсы интернетта, ғәҙәттәгесә, концерт һәм, ғөмүмән, гастролдәргә ҡағылышлы яҙма урынлаштырғайны. Бында ул «окей, гугл» функцияһы аша интернетҡа «Нисек бер аҙ ғына булһа ла ябығырға икән?» тип һорау бирә икән, имеш.
Бер уйлаһаң, был - бөтөнләй зыянһыҙ яҙма. Ләкин ҡайһы бер интернет ҡулланыусылар Илсөйәгә бәйләнер сәбәп тапты. Хатта «артыҡ ҡыланаһың» тип яҙыусылар ҙа табылған. Әлбиттә, йырсыны хуплаусылар күберәк. Улар Илсөйәнең йырҙарын яратып тыңлағандарын белдерә.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, артыҡ ҡыланамы һуң йырсы?..