Чечня Башлығы Рамзан Ҡадировтың адвокаты Саид-Магомед Чапанов Рәмил Шәмсетдиновты яҡлауҙан баш тартҡан. Ни өсөн икән?
Шулай ҙа ул Шәмсетдиновтар ғаиләһенә яңы яҡлаусылар тапҡан. Шулай уҡ билдәле һәм көслө тип һаналған адокаттар араһынан. Улар Һарытауҙан Рауил Туғушев менән Ҡазандан Руслан Нагиев. Кисә яҡтар осрашып килешеү төҙөгән һәм артабан ни эшләргә планлаштырған. Яҡын арала юристар Читаға осасаҡ һәм эште башлаясаҡ.
“Был ваҡиға буйынса эш яҡын арала башланасаҡ. Мин аралашсы түгел, ә эксперт. Әгәр Рәмилдең атаһы миңә мөрәжәғәт итһә, уға үҙ фекеремде әйтә алам, башҡаса ярҙамым булмаясаҡ”, – тигән Чапанов.
Рәмилдең яңы яҡлаусылары был эште өмөтһөҙ тип иҫәпләмәй. Улар фекеренсә, иң мөһиме енәйәттең мотивын асыҡларға, егеттең ни өсөн был аҙымға барғанын аңларға.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был фажиғә 25 октябрҙә булғайны. Рәмил һигеҙ кешене атып үлтерҙе. Бының төп сәбәбе “бабайсылыҡ” тиелә.