Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Марат Шәрәфетдинов Башҡортостандың урман хужалығы министры итеп тәғәйенләнде.
Марат Искәндәр улы Шәрәфетдинов 1975 йылдың 21 февралендә Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауылында тыуған. Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1991 йылда Йәрмәкәй колхоз-ара күсмә механизацияланған колоннаһының кирбес заводында башлай.
Төрлө йылдарҙа Бәләбәй урмансылығында урман оҫтаһы, Бәләбәй урман хужалығында инженер, баш урмансы, “Росприроднадзор”ҙың Башҡортостан идаралығында төп белгес, артабан баш белгес, республика Хөкүмәте Аппаратында баш консультант була.
2010 йылдан 2017 йылға тиклем – урман хужалығы министры урынбаҫары, 2017 йылдан 2019 йылға тиклем – Башҡортостандың урман хужалығы министры.