Йәмғиәт
22 Ноября 2019, 07:13

Яҡташтарын ер эшенә ылыҡтыра

Яңы Балтас ауылы фермеры Илһам Мәрҙәновтың баҫыуҙарында бөгөн һиллек, ялан батырҙары арпа, бойҙай, һоло уңышын йыйып, һаҡлауға һалып, яҙғы культураларҙы сәсеп тә ҡуйған инде. “Техника ла һынатманы, шөкөр, элиталы орлоҡҡа, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ та булманы. Етәксебеҙ ҙә иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр беҙҙең яндан китмәне”, – ти Илһам Рәшит улы етәкселегендә эшләгән егеттәр.

Яңы Балтас ауылы фермеры Илһам Мәрҙәновтың баҫыуҙарында бөгөн һиллек, ялан батырҙары арпа, бойҙай, һоло уңышын йыйып, һаҡлауға һалып, яҙғы культураларҙы сәсеп тә ҡуйған инде. “Техника ла һынатманы, шөкөр, элиталы орлоҡҡа, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ та булманы. Етәксебеҙ ҙә иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр беҙҙең яндан китмәне”, – ти Илһам Рәшит улы етәкселегендә эшләгән егеттәр.


Ысынлап та, Илһам Рәшит улы – булдыҡлы хужа, эшмәкәрлеген ҙур теләк менән алып бара. Фермерҙың 329 гектар ере бар. Ул һәр ҡарыш майҙанды тәрбиәле тота, буш ятҡандарын күрмәҫһең. Техника паркы ла бай: уңышты аҡсаға әйләндереп, ауыл хужалығы техникаһы, төрлө ҡорамалдар һатып алырға тырыша етәксе. Әле быйылғы ураҡ кампанияһына тип, өр-яңы комбайн һатып алған.


Малсылыҡ тармағында ла ярайһы ғына уңыштар ҡаҙанған ул. 200-гә яҡын һыйыр малы аҫрала, 130-ын һауалар. “Аҡбар” май заводына көн дә 700 килограмдан ашыу һөт оҙаталар. Мал аҙығы, сенаж, силос тейешле күләмдә әҙерләнгән, бесән-һалам ике йылға етерлек.


Бөгөн фермер 10 ауылдашын эш урыны менән тәьмин иткән, эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр тағы ла бар. “Шөкөр, бөгөн йәштәрҙең күбеһе ҙур ҡалаларға барырға аш­ҡынып тормай, ә ауылда ҡалыуҙы хуп күрә. Уларҙы ылыҡтырыу өсөн күп эш башҡарабыҙ, йорт төҙөүҙә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, техника бүләбеҙ. Тик эшләһендәр генә, ә беҙ тырыштарҙы ихтирам итәбеҙ”, – ти Илһам Рәшит улы.


Ул, “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһында ҡатнашып, алты миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәшкән. Был аҡсаға хужалыҡтың мал башын арт­тырырға тип, тоҡомло йәш таналар һатып алған.


Илһам Мәрҙәнов ауыл хужа­лығы техникаһынан айырылғыһыҙ. Йәш сағынан комбайнға, тракторға оҫта идара итә. Сирек быуат элек фажиғәгә эләгеп, уң ҡулын юғал­тыуға ҡарамаҫтан, күңеле менән һынмай. Киреһенсә, Яңы Балтас һәм Тушҡыр ауылдарында крәҫ­тиән (фермер) хужалыҡтарын тергеҙеп, матур ғына эшмәкәрлек алып бара. Киләсәктә һөт малсы­лығын үҫтереү, ҡураларҙы нығытыу – уның төп маҡсаты. Ферма районда бар күрһәткестәр буйынса ла алдынғылар рәтендә.


Тырыш фермерҙы яңы еңеү­ҙәргә ғаиләһе әйҙәй. Ҡатыны – төп кәңәшсеһе һәм ярҙамсыһы. Балалары ла уҡыуҙағы уңыштары менән һөйөндөрә. Мәрҙәновтар – район­дың өлгөлө ғаиләһе.


Илһам Мәрҙәнов ал-ял белмәй, тәүлек әйләнәһенә тиерлек фермала. Үҙ көсөнә ышанған, маҡсат­тарына өлгәшеүсән етәксегә һоҡ­ланмау мөмкин түгел. Бөлгөнлөккә төшкән ике хужалыҡты тергеҙеп, яҡташтарын ер эшенә ылыҡтыра ул.


Балтас районы.
Читайте нас