Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2019, 14:10

Зинфира апай кеүектәр барҙа, милләт йәшәр

Зинфира Искәндәр ҡыҙы Стукова – халҡымдың теле, йыр-моңо һаҡланып ҡалһын өсөн тырышып йөрөгән оло быуын кешеләренән.

Зинфира Искәндәр ҡыҙы Стукова – халҡымдың теле, йыр-моңо һаҡланып ҡалһын өсөн тырышып йөрөгән оло быуын кешеләренән.


Ул Сафакүл районының Баҡай ауылында Һарт ырыуы башҡорто Искәндәр Хафизов ғаиләһендә тыуған. Искәндәр ағай менән Зәйтүнә апайҙың ун ҡыҙы ла бала саҡтан йыр-моңға әүәҫ, башҡорт теленә тоғро булып үҫә. Өләсәйҙәре лә бәйеттәр сығарып, шуларҙы йырлап ебәрә торған булған. Атайҙары гармунда уйнаған, әсәйҙәре мандолина сирткән.


Ижадҡа ғашиҡ ҡыҙҙар хәҙер Башҡорт­останда, Һамар, Ҡурған, Тамбов өлкә­ләрендә гөрләтеп донъя көтә.

Зинфира Искәндәр ҡыҙы уҡытыусы һөнәрен һайлай. Баҡай һәм Абултай мәктәптәрендә фольклор төркөмдәре ойоштора. Ул етәкләгән коллективтар районда ла, өлкәлә лә танылыу ала, концерттарҙа йыш сығыш яһай.


Өлкә үҙәгенә күсеп килгәс тә тынғыһыҙ уҡытыусы яратҡан шөғөлөн ташламай. 1998 йылдан Ҡурған өлкә радиоһында “Тыуған яҡ” тигән радиотапшырыу алып бара башлай. Башҡорт теленең матурлығын, тәрәнлеген халҡына етке­рергә тырыша, милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын асыҡлап һөйләй, йыр-моңо менән таныштыра, өлкәлә йәшәгән арҙаҡлы башҡорттар менән осраша, улар тураһында бәйән итә.


Бына шулай егерме икенсе йыл инде Зинфира Искәндәр ҡыҙы радио тулҡын­дары аша халҡына сәләм еткерә, йыр-моң өләшә. 2000 йылда Өфөлә Теле­үҙәктә белемен камиллаштырып ҡайта. Шул уҡ йылда, башҡорт балаларын туплап, Ҡурған ҡалаһында башҡорт телен өйрәтә башлай. 2003 йылда “Аманат” фольклор ансамблен ойоштора. Хәҙер төркөм ағзалары оло йәштә инде, әммә һәр байрамда, фестивалдә тиерлек улар сығыш яһай.


2017 йылдан алып Зинфира Искәндәр ҡыҙы Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата һәм Шәрифйән Мана­товтың тормош юлын өйрәнеү, исемен мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр башҡара. Әлмән районы мәктәбендә башҡорт һәм татар теле уҡытыусылары алдында сығыш яһай. Уларҙы балалар менән ошо йүнәлештә эшләргә саҡыра. Үҙе лә радио аша шул темаға бағышланған тапшырыуҙар ижад итә.


Зинфира апай үҫеп килгән быуын менән осрашыуҙарға һәр ваҡыт милли кейемдә йөрөй. Балалар баҡсаларында, лагерҙа, китапханаларҙа, студенттар алдында башҡорт халҡының мәҙәниәте, тарихы тураһында һөйләй, ғөрөф-ғәҙәттәре, ижады менән таныштыра, йырлап та күрһәтә, бейеп тә ебәрә.


Ҡурған өлкәһендә Урал аръяғы халҡы ойошмаһы – Ассамблея эшләп килә. Зинфира Искәндәр ҡыҙы – ойошманың әүҙем ағзаһы, ул ойошторған һәм атҡарған эштәрҙе һанап бөтөрлөк түгел. Ул – йәштәргә үрнәк.


Тыуған ауылыма


Ғорур башҡортомдоң мин бер ҡыҙы,

Һарт ырыуы булам ҡанымса,

Башҡорт көйөн һандуғасым һыҙа,

Сиңерткәм дә сыңлай башҡортса.


Тыуған яғым тарта мине һәр саҡ,

Тыуған ауылым, Баҡай яҡтарым,

Һынлы ҡайындарым мәңге ап-аҡ,

Һәр саҡ матур бөҙрә талдарым.


Тыуған яғым мәңге йөрәгемдә:

Тигеҙ яландарым, ҡырҙарым…

Ҡайһы яҡтарҙа мин йөрөһәм дә,

Һеҙҙә минең хыял-уйҙарым.


Ауылымдың оҙон урамынан

Үтһәң ине кисен тик яйлап,

Һарыҡкиткән күлен, көртмәлеһен йыйып,

Йөрөһәң ине тағы бер айҡап.


Түңәрәккәй күлде матурлатып,

Ҡамыштары тора һағалап,

Үткән быуындарҙың аманаты

Торна булып сыңлай һауала.


Ауыр саҡта, ауылым, һин батырһың,

Һоҡландыра һиндә һәр кеше,

Төрлө миҙгелдә лә һин матурһың,

Юҡтыр ауылымдың һис ише.


Зинфира Стукова.



Читайте нас