Благовещен районында 20 ноябрҙә пенсионер ҡарт бәләгә тарый: предприятиелар араһындағы тимер юлда поездан тапала.
Тепловоз бер-ике вагонды буксирлағанда була фажиғә. Күрер күҙгә 70 йәштәр тирәһендәге оло кеше ни ғиллә менән унда барып сыҡҡандыр инде... Фажиғә һөҙөмтәһендә ул ике аяғын да юғалта.
Поезд машинисы ашығыс ярҙам саҡыра, уны дауаханаға һалалар. Бәхеткә күрә, табиптар ҡаза күреүсенең ғүмерен һаҡлап ҡала-ҡалыуын.
Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү эштәре алып бара.