Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2019, 22:45

Инәйҙәрем йәки Бер фото тарихы

Эй инсафлы ауылым инәйҙәре!Изгелеккә генә инанып Ултыралар ҡапҡа төптәрендә,Ауылымдың һаҡлап иманын...

Компьютерҙағы элекке фотоларҙы барлап ултырғанда, ошо фотоһүрәткә юлыҡтым. Бына 15 йыл самаһы элек, Сибай ҡалаһында нәшер ителгән “Атайсал” гәзитендә эшләп йөрөгән сағымда, төшөргәйнем был фотоны. Улар – барыһы ла сабыр холоҡло уңған ҡатындар, һоҡланғыс әсәләр.

Инәйле бала сағым...

Беҙҙең яҡта атай-әсәйҙән оло ҡатын-ҡыҙға “инәй” тип өндәшәләр. Беҙ бала саҡта урамыбыҙҙа улар бик күп ине. Ҡаршыбыҙҙа ғына Хәшиә инәй йәшәне, арыу уҡ оло йәштә ине ул. Уның бәләкәй генә өйөн бер серле донъя һымаҡ ҡабул итәм. Хәшиә инәй янына инмәгән көнөм булмағандыр. Ул ғәрәп телендә яҙылған китаптан доғалар уҡый, мин тыштан утын индереү, иҙән һепереү кеүек ваҡ-төйәк йомоштарын үтәйем, унан инде инәй миңә берәй тәмлекәс тоттора: йә өрөк, йә манпаси кәнфит. Ҡайһы саҡта икәүләп көлгә күмеп бәлеш бешерәбеҙ: йоҡа ғына сөсө ҡамырҙың эсенә бешереп иҙелгән картуф һала ла көлгә күмә. Бешеп сыҡһа, урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп, сәй эсәбеҙ. Был ризыҡты бүтән бер ерҙә лә ашарға тура килгәне юҡ, ә тәме һаман тел осонда тора кеүек.
Төрлө риүәйәт-тарихтарҙы, ҡарһүҙҙәрҙе бик күп белә ине Хәшиә инәй. Таҡмаҡтар ҙа әйтеп ебәрә:
Сәкмәнемдең итәге
Өҙөлөп ҡалды муйылда.
Атайыма әйтегеҙ
Бирмәй торһон быйылға.
Балалыҡ менән менән уның һөйләгәндәренә артыҡ әһәмиәт бирмәгәнмен. Туҙҙан ҡара һағыҙ ҡайнатырға ла ул өйрәтте. Оҙон ғүмер кисереп, 90-ға етә яҙып мәрхүмә булды.
Күршебеҙҙә генә Яңылбикә инәй йәшәне. Иҫ киткес сос, шәп, егәрле, сәмсел. Көн һайын мал һарайының ер иҙәнен таҙалап, тап-таҡыр итеп һепереп түгеүенә аптырайбыҙ, донъяһының таҙалығына, сафлығына хайран ҡалырлыҡ!
Йәйгеһен быҙауҙар көтөүгә ҡушылып ыҙалата. Көноҙоно туғайҙа үлән утлаған быҙауҡайҙарҙан күҙ яҙлыҡтырырға ярамай. Иртәнсәк әсәйемдең: “Тороғоҙ инде, ана Яңыл инәйегеҙ ике тапҡыр быҙауҙарҙы ҡайырҙы, оло кешене ыҙалатмағыҙ”, - тигәненә уянабыҙ. Ысынлап та, беҙ ыбыр-сыбыр йоҡонан уянғансы, Яңылбикә инәй әллә нисә тапҡыр туғайға төшөп, быҙауҙарҙы көтөүгә ебәрмәҫ өсөн ҡайырып өлгөрә. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булған теремек инәй шулай йүгереп кенә йөрөгән мәлендә тигәндәй вафат булып ҡалды.
Мәсүрә, Фатима, Мәрзиә, Мәрғүбә, Сәйҙә инәй Салиховалар, Йәнбикә инәй Саппарова, Шәрифә һәм Ғилминур инәй Имамбаевалар – барыһы ла беҙгә туған заттан ине. Бөтәһе лә лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән, тәрбиәле балалар үҫтергән кешеләр. Үрҙә телгә алған инәйҙәрҙең күбеһе – ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән Герой-әсәләр ҙә ине.
Улар араһынан айырыуса яҡын, нығыраҡ аралашҡан кешебеҙ Йәнбикә инәй булды. Ғәйзулла олатай менән үҙҙәренең балалары булмағас, беҙгә өләсәй менән ҡартатайҙы алмаштырҙылар. Инәйебеҙ оҫта тегенсе ине, йылына бер нисә тапҡыр күлдәк тегеп кейҙерә торғайны. Ауыр 90-сы йылдарҙа, ғаиләбеҙҙәге биш бала бер-бер артлы уҡырға инә башлағас, инәй менән олатайҙың ярҙамын күп күрҙек. Улар һәр ваҡыт етеш йәшәне, ауылдағы бер нисә бөртөк еңел машинаның береһе олатайыбыҙҙа ине. Ул машина менән ҡайҙарға ғына йөрөтмәне, еләк-емеш йыйырға ла тейәп алып сығып китер ине, Баймаҡ баҙарына ла. Ауылдарға йүнләп автобус та йөрөмәгән заманда баҙарға еңел машинала барып ҡайтыу беҙҙең өсөн иҫ киткес ҙур ваҡиға була торғайны.
Олатай бик иртә, 65-енә лә етмәй мәрхүм булды, инәйебеҙ унан ҡалып ун йыл самаһы йәшәне. Берҙән-бер яҡын кешеһенең – тормош юлдашының вафатын бик ауыр кисерҙе, ауыр сиргә юлыҡты. Беҙ уны яңғыҙ итмәҫкә тырыштыҡ, һеңлеләрем ҡырға уҡырға киткәнсе сиратлап инәй янында йәшәне. Бөгөн уларҙың донъяһында бер туған ағайыбыҙ ғаиләһе менән тора. Сынъяһау итеп төҙөкләндерелгән йорт әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултыра. Бөгөн, ауылдарҙа бала-сағалы кешеләрҙең йорт-ҡураһы етемһерәп буш торған мәлдә, яҙмыштарына яҙғанға күрәлер, ерҙә үҙ тоҡомон ҡалдыра алмаһалар ҙа, инәйебеҙ менән олатайыбыҙҙың нигеҙе һыуынманы. Был да уларҙың ерҙә яҡты эҙ ҡалдырыуы, изге йәнле кешеләр булыуының бер һынланышылыр, моғайын.

Фотоһүрәттә кемдәр?

Ололар көнөнә гәзиткә мәҡәлә әҙерләргә теләүемде әйткәс, көнөн-сәғәтен билдәләп, аллы-гөллө балитәкле күлдәктәрен кейеп, бер-береһен мәрәкәләп, бик дәртләнеп әҙерләнгәйне инәйҙәрем. Үкенескә ҡаршы, бөгөн уларҙың икәүһе – ике яҡ ситтән баҫып торған Мәхмүҙә Абдуллина менән Мәрғүбә Сәлихова ғына иҫән. Улар – бөгөн ауылыбыҙҙың беҙҙең яҡ осоноң иң оло кешеләре. Икеһе лә бөтә ғүмерҙәрен колхоз эшенә арнаған хөрмәтле хеҙмәт ветерандары.
Һулаҡайҙан икенсе – Фатима инәй Сәлихова – ҡарағайҙай биш ул үҫтергән әсә. Тормош юлдашы Хәсән олатай менән матур ғүмер кисерҙе улар, төбәгебеҙҙең абруйлы, ихтирамға лайыҡ кешеләре булдылар. Бер Сәлих ҡарттан таралған ҙур нәҫел булһаҡ та, беҙ бер-беребеҙҙән нисә быуын айырылған икәнлегебеҙҙе белмәнек, сөнки атай-әсәйебеҙ Хәсән олатай һәм Фатима инәй менән дә, уларҙың улдары Мостафа, Әҡсән, Әхтәм, Афзал, Зәйнулла ағайҙар менән дә ғүмер буйы бер туғандай аралашты. Ҡулыма шәжәрә ағасы килеп эләккәс, биш-алты, хатта ҡайһы бер Сәлиховтар менән ете быуын туған булыуыбыҙҙы белеп аптырағайным. Бөгөн бәғзе берәүҙәр ике-өс быуын туғандарын белмәгән заманда, был да - фәһем булырлыҡ күренеш.
Урталағы инәй – Герой-әсә Шәрифә Имамбаева. Шәжәрә буйынса иң яҡыны ул, сөнки ҡартәсәйебеҙҙең (атайҙың әсәһе) бер туған һеңлеһе. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәхмүтйән олатай менән ун балаға ғүмер бүләк иткән улар. Шәрифә инәйгә тормоштоң шатлыҡ-ҡыуанысын, ҡайғы-хәсрәтен дә күп татырға тура килгән, йәшләй генә ике улы мәрхүм булып ҡалды. Балалары араһынан Әлифә апай, Рәшит ағай Таулыҡай мәктәбенең хөрмәткә лайыҡ уҡытыусылары булып танылды, Изгәр, Хәйҙәр ағайҙар ауылда төпләнеп матур итеп донъя көтә.
Шәрифә инәй янында баҫып торғаны - Ғилминур Имамбаева, улар килендәштәр ине. Ғилминур инәй ипле, тыйнаҡ ҡына, гел елпелдәп эшләп йөрөгән килеш иҫтә ҡалған. Улар ҙа Хәбибрахман олатай менән матур тәрбиәле балалар үҫтерҙе. Тормош юлында ҡайғыларҙы ла күп күрҙе, әммә һәр ваҡыт йылмайып ҡына һөйләшер ине...
Бына ошо инәйҙәр янында үтте минең бала сағым. Улар шул тиклем йыш ҡунаҡҡа саҡырышыр ине. Берәйһенә алыҫтараҡ йәшәгән туғаны килеп төшһә, мотлаҡ ҡунаҡ күрһәтәләр, уны һәр береһе саҡырып ҡалырға тырыша. Әгәр ҡунаҡ ике-өс көнгә генә килһә, көнөнә бер нисә урында сәй табынында булалар. Дини байрамдарҙан һуң Айыт (Ғәйет) сәйенә йөрөшәләр. Төбәктең барлыҡ инәйҙәрен урап сыҡҡансы, ай самаһы ваҡыт үтә. Уларҙың аллы-гөллө күлдәктәр кейеп, әкрен генә, үҙ баһаһын белеп, урам буйлап кемгәлер ҡунаҡҡа китеүе үҙе бер һоҡланғыс күренеш була торғайны!
“Эй инсафлы ауылым инәйҙәре!
Изгелеккә генә инанып
Ултыралар ҡапҡа төптәрендә,
Ауылымдың һаҡлап иманын”, - тип яҙған билдәле шағир Рафаэль Сафин.

Эйе, һәр ауылдың – иман һаҡсыһы бит ул инәйҙәр! Үкенескә ҡаршы, беҙ үҫкәндәге инәйҙәрҙең күбеһе был донъяла күптән юҡ. Әммә тормош дауам итә. Ауыл урамын йәмләп яңы быуын инәйҙәре бер-береһенә сәйгә йөрөһөн, самауырлы табындар ҡорһон, ҡапҡа төптәрендә сер бүлешеп, сөкөрләшеп, ауыл ҡото булып ултырһын!
Читайте нас