Йәмғиәт
24 Ноябрь 2019, 14:25

Команан сыға алмай...

Бер сәбәпһеҙгә тота килеп кешегә йәбешергә нимә этәргән был әҙәмде?

Ишембай ҡалаһының Губкин урамындағы 48-50-се йорттар ихатаһында таныш булмаған бер ир йәш кешене төндә сәбәпһеҙгә ныҡ итеп туҡмай.
Шаһиттар тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" машинаһы саҡыртып, туҡмалған егетте дауаханаға оҙата. Тик ул һаман булһа команан сыға алмай.
Ә һуғыш суҡмарының шәхесе асыҡланып, полиция хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға алған.
Бер сәбәпһеҙгә тота килеп кешегә йәбешергә нимә этәргәндер был әҙәмде? Йәмғиәттә йәшәгәнен, донъяла үҙе генә түгеллеген онотоп ебәрәме бәғзеләр? Туҡмалған егет аяҡҡа ғына баҫһын инде.
Читайте нас