Йәмғиәт
25 Ноября 2019, 10:00

Дарыуҙан яҡшыраҡ, тиҙәр...

Ә бал ҡушылған куркума яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы тороу һәләтен арттыра.

Табиптар сәләмәтлек өсөн иң файҙалы ун төрлө аҙыҡ исемлеген билдәләгән. Уға һоло, бал, имбирь, картуф, кәбеҫтә, куркума, үҫемлек майы, тоҙ, лимон һәм һуған ингән.
Ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләү өсөн һоло һәм кәбеҫтә файҙалы. Һоло насар холестеринды кәметә һәм яман шеш ауырыуынан һаҡлай. Кәбеҫтә иһә аҙыҡ эшкәртеүҙе яҡшырта. Артроз һәм тын алыу юлдары ауырыуынан тоҙ ҡушылған бал ярҙамға килә.
Ҡан тамырҙарын таҙартыуҙа имбирҙең ярҙамын тойорһоғоҙ. Ул шулай уҡ ҡанда холестерин һәм шәкәр күләмен кәметә, ҡанды шыйыҡлата һәм бөйөрҙәр эшмәкәрлеген яҡшырта. Үҫемлек майының йөрәккә файҙаһы күп. Зәйтүн майы ҡан тамырҙарын нығыта, киндер майы тромбтар барлыҡҡа килеүгә ҡаршы тора, уларҙы иретеү үҙенсәлегенә эйә.
Баш ауыртҡанда лимон һалынған ҡәһүә эсеү файҙалы. Ә бал ҡушылған куркума яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы тороу һәләтен арттыра.
Читайте нас