Йәмғиәт
25 Ноябрь 2019, 07:10

Әлиәне ордены килеп тапты!

“Урал һауа юлдары” экипажына бүләктәр яуыуын дауам итә. Улар араһында Белорет ҡыҙы Әлиә Слаҡаева ла бар.

“Урал һауа юлдары” экипажына бүләктәр яуыуын дауам итә. Улар араһында Белорет ҡыҙы Әлиә Слаҡаева ла бар.
Яҡташыбыҙға Рәсәйҙең транспорт министры Евгений Дитрих һәм Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урыбаҫары Максим Акимов Ҡаһарманлыҡ орденын тапшырҙы. Ошо уҡ дәүләт наградаһына Әлиәнең хеҙмәттәштәре – бортпроводниктар Дмитрий Ивлицкий, Дмитрий Гончаренко, Яна Ягодина, Надежда Вершинина ла лайыҡ булды. “Һауа транспорты отличнигы” ведомство наградаһы иһә “Airbus A321” лайнеры экипажының ете кешеһенә, шул иҫәптән пилоттар Дамир Йосопов менән Георгий Мурзинға бирелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киң мәғлүмәт сараларында “кукуруз баҫыуы мөғжизәһе” тип аталған хәл 15 августа булғайны. 226 пассажир тейәгән лайнер “Жуковский” аэропортынан һауаға күтәрелгән. Уға аҡсарлаҡтар өйөрө килеп бәрелгән. Һөҙөмтәлә лайнерҙың ике двигателе лә эшлектән сыҡҡан. Шуға пилоттар самолетты кукуруз баҫыуына ултыртырға ҡарар иткән. Шуныһы ҡыуаныслы: улар был эште уңышлы атҡарған, кешеләр имен ҡалған, янғын сыҡмаған.
16 августа Рәсәй Президенты Владимир Путин командир Дамир Йосопов менән икенсе пилот Георгий Мурзинға “Рәсәй Геройы” исемен биргәйне.
Фото: uralinform.ru
Читайте нас