Йәмғиәт
25 Ноября 2019, 11:30

Мазовтарҙы эҙләү туҡтатылды

Мәскәү психологтары Мазовтар иҫәндер тигән фараз әйткәйне. Имеш, ир үҙен һәм балаларын үлтерә алмай.

Артем, Илья һәм Слава Мазовтарҙы һыу төбөнән эҙләү туҡтатылды. Баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был һауа торошона бәйле.
“Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, водолаздарға йылғалар туңған һәм боҙ киткән мәлдә эшләү тыйыла. Был осраҡта ҡотҡарыусылар ғүмеренә хәүеф янай”, – тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Эҙләү ҡасан яңыртылыр? Билдәле түгел, күҙаллауы ла ауыр. Ни өсөн тигәндә, һауа торошо тотороҡло булмағанлыҡтан, йылғаның туңыуы ихтимал, ә бер ни тиклем ваҡыт үтеү менән, боҙ яңынан ҡуҙғалып та китә ала.
Мәскәү психологтары Мазовтар иҫәндер тигән фараз әйткәйне. Имеш, ир үҙен һәм балаларын үлтерә алмай. Шулай булып, тиҙ арала тере килеш табылһалар, водолаздарҙың башҡа боҙ аҫтына суммауҙары ла ихтимал.
Читайте нас