Күмертау ҡалаһындағы ҡурҡыныс янғында, үкенескә ҡаршы, бер ғәйепһеҙ баланың ғүмере ҡыйылған. 41 йәшлек ҡатын дүрт йәшлек балаһын яңғыҙын ғына өйҙә ҡалдырып, магазинға юлланған. Йортонан сыҡҡанда әсә кеше йылытҡыс кондиционерҙы тоҡанған килеш ҡалдыра.
Асыҡланыуынса, ул сәғәт ярым ваҡыт өйҙә булмай. Һөҙөмтәлә, фатирҙа янғын сыға. "Ҡыҙыл әтәс" тиҙ арала өйҙө ялмап ала, ҡатындың күршеләре төтөн еҫен һиҙеп, янғын һүндереүселәрҙе саҡырта. Әммә ҡотҡарыусылар янғынды һүндергәндән һуң бала мәйетенә юлыға. Табиптар баланың төтөнгә тонсоғоп үлеүен билдәләгән.
Әле янғын сәбәптәре асыҡлана. Урамда һалҡын, ҡыш та ишек шаҡый. Электр приборҙарын эшләтеп ҡалдырмаҫҡа, йылытыу ҡорамалдарын ҡулланғанда һаҡ булырға тип күп тапҡыр иҫкәртелә, әммә... һаман булһа, был өндәүҙәргә ҡолаҡ һалмайбыҙ. Ҡыҙғаныс, сираттағы янғында тағы бер сабый һәләк булды. Аяныслы хәл, сабырлыҡ теләйбеҙ туғандарына, яҡындарына...