Аяныслы хәл Дыуан районының Сальевка ауылында теркәлә. Фажиғәлә 64 йәшлек ир һәләк була.
Ауылдың ирекле янғын һүндереү командаһы саҡырыуға килеп еткәндә, ағас йорттоң иҙәне яныуы асыҡлана, янғын майҙаны 2 квадрат метр тәшкил итә.
“Ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡлағас, 1955 йылғы ирҙең үле кәүҙәһе табыла.
Йортта ни өсөн янғын сыҡҡанлығы әлегә билдәһеҙ, тикшереү эштәре бара.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.